“Һаумы, Ағиҙел!”03.05.2013
“Һаумы, Ағиҙел!”Был көндә баш ҡаланың Дуҫлыҡ монументы янына йыйылған халыҡ данлыҡлы, яратҡан йылғаһын шулай тип сәләмләне.

Ҡыш буйына йылы көндәрҙе ҡорғаҡһыған күңел үҙенән-үҙе тәбиғәткә, иркенлеккә тартыла. Йылдағыса, Һыу сәйәхәтселәре миҙгелен асыу көнөнә “Һаумы, Ағиҙел!”республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән эркелеп килгәйнеләр. Араларында төрлө быуын кешеләре – студенттар, пенсионерҙар, ғалимдар – бар. Йөҙҙәре яҙғы ҡояш кеүек балҡып торған туристар гитараһын, хатта самауырын да эләктереп алған...
Бына төрлө ҙурлыҡтағы кәмәләр Ағиҙелгә төштө, йылға буйҙарына йыр-моң, күңелле ауаздар таралды. Хәйерле сәфәр һеҙгә!
“Һаумы, Ағиҙел!”


Вернуться назад