Һөҙөмтәләр ниндәй?21.12.2011
Федераль Дәүләт статистика хеҙмәте 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. 2002 йылдан алып Рәсәй халҡы 2,3 миллионға кәмегән. Рәсәй Федерацияһында 142 миллион 857 мең кеше йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә илдә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан.
Рәсәй Федерацияһы донъяла халыҡ һаны буйынса Ҡытай (1 миллиард 335 миллион кеше), Һиндостан (1 миллиард 210 миллион), АҠШ (309 миллион), Индонезия (238 миллион), Бразилия (191 миллион), Пакистан (165 миллион), Бангладештан (147 миллион) ҡала һигеҙенсе урынды биләй.
Ҡала һәм ауыл халҡы нисбәте 74 һәм 26 процент тәшкил итә. Рәсәйҙәр 2386 ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабала, 134 мең ауылда йәшәй. 2002 йылда ауылдар 8,5 меңгә күберәк булған, әле Рәсәй ауылдары юҡҡа сығыуын дауам итә.
Бынан тыш, ил 1 миллионлы ҡалаһын юғалтҡан, күптән түгел Пермь ҡалаһынан ошо статус алынды, шуға күрә Рәсәй Федерацияһында бындай ҡалалар 13 түгел, ә 12 генә.
Үҙәк (38,4 миллион кеше), Волга буйы (29,9 миллион) һәм Себер (19,3 миллион) округтары Рәсәйҙең халыҡ һаны буйынса иң ҙур федераль округтары булып тора. Уларҙың тәүгеһендә һигеҙ йыл эсендә халыҡ һаны 400 мең кешегә артҡан. Алыҫ Көнсығыш (6,3 миллион) һәм Төньяҡ Кавказ (9,4 миллион) федераль округтарында йәшәүселәр һаны аҙыраҡ. Кавказда халыҡ һаны айырыуса юғары — 500 мең кешегә артҡан.
Рәсәй Федерацияһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән 10,8 миллионға күберәк — 1 мең ир-атҡа 1 163 ҡатын-ҡыҙ тура килә.
Бынан тыш, Рәсәйҙә йәшәүселәр ҡартая бара: халыҡтың уртаса йәше 39-ҙы тәшкил итә (үткән иҫәп алыуҙа — 37,7). Рәсәйҙә 33 миллион ғаилә бар. Илебеҙҙәге ғаиләләр нигеҙҙә ике балалы (21,5 %). Бер балалылар 19,4 процент тәшкил итә.
Иң күп һанлы халыҡ беҙҙә — урыҫтар (111 миллион кеше), шулай ҙа һигеҙ йыл эсендә улар 4 миллион кешегә кәмегән. Рәсәйҙә шулай уҡ 5,31 миллион татар, 1,93 миллион украин, 1,58 миллион башҡорт һәм 1,44 миллион сыуаш йәшәй. Был халыҡ вәкилдәре лә кәмей бара. Кавказ халыҡтары — чечен, авар халҡы, лезгин, ингуштар һаны арта. Уларҙың күпселеген чечендар (1,43 миллион кеше) тәшкил итә.
Илдә урыҫ теленән башҡа инглиз, татар, немец, чечен, башҡорт, украин һәм сыуаш телдәре киң таралған.
Рәсәйҙә 36,7 миллион кеше — урта, 27,5 миллион кеше юғары белемле. 700 мең кешенең башланғыс белеме лә юҡ.
Эшкә һәләтле йәштән олораҡтар һаны 1,9 миллионға (6,5 процентҡа) артҡан.
Балалар һәм үҫмерҙәр һаны 3,2 миллион кешегә (12 процентҡа) кәмегән, әммә һуңғы йылдарҙа һигеҙ йәшкә тиклемге сабыйҙар һанының яҡынса 20 процентҡа үҫеүе кү∂әтелгән.
Эшкә һәләтле йәштәге халыҡ һаны 1 миллион кешегә (1,1 процентҡа) кәмегән. Ошо йәштәгеләрҙең яртыһын тиерлек 35 йәштән өлкәнерәктәр тәшкил итә.
Сабыйҙарҙың уртаса һаны (1 мең ҡатын-ҡыҙға иҫәпләгәндә) 1513 булһа, 2010 йылда — 1469.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһынан күберәге (54 проценты) тәүге балаһын 20-24, 20 проценты 20 йәшкә тиклем, 7 проценты 30 һәм унан олораҡ йәштә тапҡан.
2010 йылда 54,6 миллион шәхси йорт хужалығы теркәлгән. Уларҙың уртаса күләме (ағзаларының уртаса һаны) кәмегән һәм 2,6 кеше тәшкил итә (2002 йылда — 2,7). Бер һәм ике кешенән торған хужалыҡтар һаны юғары.
Күмәк йорт хужалыҡтарында 1,8 миллион кеше иҫәпкә алынған (2002 йылда — 2,3 миллион).
34 мең йортһоҙ хужалыҡ теркәлгән (2002 йылда — 68 мең).
2010 йылда күп һанлы 22 милләт иҫәпләнгән, уларҙың һаны 400 мең кешенән артып киткән.
Һорау бирелгәндәрҙең 93,8 проценты — үҙ милләтенең телен, 5,7 проценты (урыҫтарҙан тыш) урыҫ телен туған теле тип атаған.
Рәсәй Федерацияһы граждандары — 137,9 миллион, башҡа дәүләт гражданлығына эйә булған кешеләр 0,7 миллион, 0,2 миллион кешенең гражданлығы бөтөнләй юҡ. Рәсәй Федерацияһында йәшәгән 79 мең кеше ике гражданлыҡҡа эйә.
Илебеҙҙә 596 мең фән кандидаты һәм 124 мең фән докторы иҫәпләнә.
Халыҡтың 70 проценттан ашыуы бер килем сығанағы иҫәбенә йәшәй, 2,3 процентының — ике, 1,5 процентының өс һәм унан күберәк керем сығанағы бар. Кешеләрҙең яртыһы тиерлек (48 проценты) хеҙмәт эшмәкәрлегенән килем алыуын күрһәткән. Был уларҙың 76 процентының берҙән-бер йәшәү сығанағы булып тора.
15 миллион кеше шәхси ярҙамсы хужалыҡтан килем ала.
Стипендия алыусылар һаны 17 процентҡа кәмегән.
Ҡартлыҡ буйынса, социаль һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса, оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн пенсия алыусылар һаны 5 процентҡа, инвалидлыҡҡа бәйле пенсия алыусылар 10 процентҡа артҡан.
Пособие (эшһеҙлек пособиеһынан тыш) түләнгәндәр һаны, 2002 йыл менән сағыштырғанда, 35 процентҡа кәмегән. Уларҙың күпселеге (65 проценты) — 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр.
1,4 миллион кеше (халыҡтың 1 проценты) эшһеҙлек буйынса пособиены йәшәү сығанағы итеп күрһәткән. 900 меңдән ашыу кеше уны төп сығанаҡ тип билдәләгән, шуларҙың 771 меңе өсөн ул — берҙән-бер сығанаҡ.
Һаҡлыҡ аҡсаһы, дивиденттар, процент иҫәбенә йәшәүселәр 641 мең кеше тәшкил итә. 369 мең кеше милкен ҡуртымға биреүҙән, патенттар һәм авторлыҡ хоҡуҡтарынан килгән аҡсаға йәшәй. Айырым кешеләр иҫәбенә йәшәүсе һәм башҡа кешеләрҙән ярҙам йәиһә алимент алыусылар һаны халыҡтың 28 процентын тәшкил итә.
Шәхси йорт хужалыҡтарында йәшәгән 15—72 йәшлек 109 миллион кешенең 66 проценты иҡтисади яҡтан әүҙем, 29 проценты — әүҙем түгел, 5 проценты әүҙемлек күрһәтмәгән.
Иҡтисади яҡтан әүҙем булған 15—72 йәшлектәрҙең 66 миллионы (91 проценты) иҡтисадта эшләй, 9 проценты эшһеҙ.
Эшкә һәләтле йәштәгеләр эшләүсе халыҡтың 92 процентын тәшкил итә.
Иҡтисадта эшләгән 15—72 йәшлек кешеләрҙең 62 миллионы (94 проценты) — ялланған хеҙмәткәрҙәр.
Эш биреүселәр 1,4 миллион кеше. Кооператив ағзаһы булған йәиһә ғаилә производствоһында түләүһеҙ ярҙам күрһәтеүселәр 100 мең кешене тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһында ваҡытлыса һәм сит илдә даими йәшәүсе кешеләр (489 мең кеше иҫәпкә алынған) Рәсәйгә килеүенең сәбәбен түбәндәгесә аңлата: 66 проценты — эшкә, 6,6 проценты — уҡырға, 5,7 проценты — ял итергә, дауаланырға йәиһә турист булараҡ килгән, 1,3 проценты — командировкала йәки эш сәфәрендә, 20 проценты башҡа сәбәптәрҙе күрһәткән йәиһә аңлатма бирмәгән.

- Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 4 миллион 72 мең 292 кеше йәшәй. Халыҡтың 60 проценты — ҡалала, ҡалғаны ауыл ерендә көн күрә. 820 мең кеше — пенсионер, 742 меңе — 16 йәшкә тиклемге балалар.
- 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең уртаса йәше — 38.
- Республикала 1 мең ир-егеткә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Бөтәһе 1 миллион 900 мең көслө зат вәкиле, 2 миллион 168 мең ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
- 1 мең кешегә: 560 ир-егет һәм 477 ҡатын-ҡыҙ рәсми никахта тора, 260 ир-егет һәм 177 ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да никахта булмаған, 53 ир-егет һәм 82 ҡатын-ҡыҙ рәсми айырылышҡан.
- 1 мең кешегә 183 тол ҡатын һәм 34 тол ир тура килә.
- 1 мең кешенең 170-е — юғары белемле.


Вернуться назад