Лайыҡлы “бүләк”03.05.2013
Лайыҡлы “бүләк”Мин килгәндә Октябрьский ҡалаһы ҡорт айырған күс кеүек гөж килә ине. Ҡайҙа ғына барһам да, бер үк һүҙҙе ҡабатлайҙар:

– Вәт, исмаһам, бүләктең шәбен әҙерләгән!
– Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, хәҙер үҙенә лә бүләктең лайыҡлыһын бирерҙәр инде!
– Шулай булмайса әллә!
Бәй, мәйтәм, юҡты ла хәбәр итеп һөйләрҙәр икән. Бүләк бирешеү, бер-береңде ҡыуандырыу – борон-борондан килгән матур йола. Уның нимәһенә ғәжәпләнәһең. Халҡыбыҙҙың был хаҡта матур әйтемдәре лә бихисап. Мәҫәлән, дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк, тиҙәр. Бүләк ителгән аттың тешенә ҡарамайҙар, тип тә әйтәләр. 58 йәшлек Надежда Сидорова, был юҫыҡта, ысынлап та, шаҡтай тәжрибә туплап, күптәрҙе ғәжәпләндергән икән.
8 Март байрамы алдынан була был хәл. Туғандарын, дуҫ-иштәрен бүләк менән һөйөндөрөүҙе ғәҙәтенә индергән йомарт ханым магазинға килә лә ундағы муллыҡҡа хайран ҡалып йөрөй. Кәштәләге матур-матур тәтәйҙәрҙе, сувенирҙарҙы күргәс, уның күҙҙәре йылтырай башлай, күңеле иләҫләнеп китә. “Ошоноһон иң яҡын әхирәтемә бүләк итәсәкмен”, – тип бер вазаны йәһәт кенә үрелеп ала ла ҡулындағы сумкаһына йылп итеп тыға. Теге ваҡыт сәскәһен банкаға ғына ултыртып ҡуйғайны шикелле. “Ошо Надя бигерәк хәстәрлекле кеше, кәрәк кенә әйбер килтергәнһең”, – тип, эй, ҡыуаныр инде. Күрше фатирҙа йәшәгән ҡыҙҙарҙы ла нисек ҡотламайһың! Уларына йәтеш кенә сувенирҙар эләктерҙе. Бигерәк илгәҙәк сабыйҙар. Ҡатын шул мәл, уларҙың ҡулдарын сәпәкәйләп шатланыуын күҙ алдына килтереп, йылмайып уҡ ебәрҙе.
Унан ҡупшы ғына кәшелүккә үрелде. Быныһы ҡыҙына буласаҡ. Иренең һеңлекәштәрен дә мәхрүм ҡалдырыу ярамай. Уларға фарфор аҡҡоштарҙы бирәсәк.
Магазин буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына дауам итте. Киң йөрәкле Надежда, боҙоҡ-фәләне эләгеп ҡуймаһын, кеше алдында оятлы булырмын тип, һәр бүләкте ентекләп һайланы, тәфсирләп тикшерҙе. Ҡулындағы сумкаһы яҡындарына байрам кәйефе өҫтәрҙәй әйберҙәр менән лыҡа тулғас, ул кассаға түгел, ә тура ишеккә йүнәлде. Быны шәйләп ҡалған үткер күҙле һатыусы уның юлына арҡыры төшмәһенме!
– Аҡсаһын түләмәнегеҙ бит, ҡайҙа бараһығыҙ? – тине ул, сәйер ханымға ҡаштарын төйөп. – Әлегә коммунизмда йәшәмәйбеҙ. Ул арала һаҡсылар ҙа тып итеп килеп етте.
– Мин, мин… – Сәфәренең былай уңышһыҙ килеп сығырын көтмәгән ҡатын баҙап ҡалды, ыҡ-мыҡ итте. – Байрамға бүләккә тип килгәйнем, аҡсам сәпсим аҙ ғына икән.
Унан Надежда сумкаһын йәһәт кенә асып ебәрҙе лә:
– Мин уларҙы кире ҡалдырып китәм, – тип бүләктәрен шаптырлатып өҫтәлгә бушатты ла үҙе бер ни булмағандай ишек яғына ыңғайланы.
– Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ! Ҡайҙа бараһығыҙ? – Һаҡсылар йәнә уның юлын быуҙы.
– Ҡайҙа булһын, өйөмә ҡайтам. – Надежда уларҙың был тиклем дә тупһыҙлығына ғәжәпләнде. – Нимә минең юлымды ҡаплайһығыҙ! Мин бер нәмәгә лә теймәнем. Юҡҡа кешене ғәйепләмәгеҙ. Ана, нәмә алғанмын, барыһын да һалдым. Аҡсам етер тип уйлағайным. Кәшүлегем өйҙә ятып ҡалған. Һеҙ әллә мине бур тип уйлайһығыҙмы, тәүбә-ыстағәфирулла! Ошо йәшемә етеп кешенең энәһенә лә йоғонғаным юҡ.
Надежда үҙенең ғәйепһеҙ булыуын нисек кенә аңлатырға маташмаһын, һаҡсылар ҡатынды аңларға теләмәне, уны ҡаланың полиция бүлегенә алып килде. Был көндә ул йәмғеһе 4 мең һумлыҡ “бүләк”кә айыу майы һөртөргә маташҡан.
Иртәгәһенә магазиндағы барлыҡ әйберҙе иҫәпләп-һанағас, байтаҡ ҡына тауарҙың етмәүе асыҡлана. Һуңғы көндәрҙәге видеояҙмаларҙы ҡарағанда, улар баяғы ханымды таный. Бына ул сауҙа рәттәре араһынан йөрөй, сумкаһына “бүләктәр” тултырып, туп-тура ишектән сығып китә. Күрәһең, әйберҙе магазиндан бушҡа ғына алырға була икән тип уйлағандыр ханым. Хәҙер Надежда Сидорованың үҙенә лә лайыҡлы “бүләк” булыр, моғайын.


Вернуться назад