Ҡотлайбыҙ!03.05.2013
Тәбиғәттең әлеге гүзәл, һоҡланғыс миҙгеле беҙҙең ғаилә өсөн айырыуса ҡиммәтле, сөнки тап ошо мәлдә иң ҡәҙерле кешебеҙ — ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Фәриҙә Абдрахман ҡыҙы Хәлисова — донъяға килгән. Бөгөн уға — 55 йәш.
Ҡәҙерлебеҙ Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуған, әле Өфө ҡалаһында йәшәй. Барлыҡ ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаны. Эшендә тырыш, намыҫлы, яуаплы хеҙмәткәр булһа, өйҙә — һөйөклө ҡатын, наҙлы әсәй һәм өләсәй, өлгөр, уңған хужабикә. Уны күркәм байрамы менән тәбрикләп, оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бөгөнгөләй матур, һөйкөмлө, ихлас күңелле булып ҡалыуын, йөҙөнән йылмайыу китмәүен, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Тыуған көнөң ҡотло булһын, ҡәҙерлебеҙ!
Күҙ нурҙарың түктең
беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон
һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәсих, ҡыҙҙарың Айһылыу, Әлфиә, кейәүҙәрең Андрей, Михаил, ейән-ейәнсәрҙәрең.


* * *
Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә район үҙәгендә йәшәгән Гүзәл Иҡсан ҡыҙы Әминеваны күркәм юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Бар ғүмерен кешеләр һаулығын һаҡлауға арнаған ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ырыҫлы тормош, ҡояшлы көндәр теләйбеҙ. Изге эштәрең, моңло йырҙарың менән беҙҙе артабан да һөйөндөрөп, туғандар, дуҫтар менән гөрләшеп, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын!
Гүзәлдәр күп был донъяла,
Тик һиндәйҙәр – бик әҙҙәр.
Һинең кеүек ҡыҙҙар ғына
Был тормошто биҙәрҙәр.

Изге теләктәр менән туған-тыумасаһы, дуҫтары исеменән Ғәбделхәй.


Вернуться назад