Динебеҙҙе һаҡлаһаҡ, телебеҙ имен булыр03.05.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
"Ҡөрьән Кәрим"дә Аллаһ Тәғәлә "бисмилләһир-рахмәнир-рахим" тип донъяла йәшәгән бөтөн кешегә мөрәжәғәт итә. "Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яраттым", — ти Раббыбыҙ. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫлай.
Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин Аллаһ Тәғәлә аяттың дауамында: "Мин һеҙҙе төрлө милләт, халыҡ, ҡәбилә итеп яраттым", — тигән. Тимәк, был бүленеш — Хоҙайҙың хикмәте. Һәр милләткә айырым үҙенсәлек хас.
"Телегеҙҙең төрлө булыуы — Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил", — тиелә "Ҡөрьән"дә. Хоҙай барлыҡҡа килтергән был хазинаны һаҡлау — милләттәрҙең изге бурысы. Шул тиклем бөйөк ул тел: уның эсендә күпме изге фекер, фәлсәфә, мәғәнә ята, әкиәт, әйтем, ҡобайыр һәм башҡа ижади ҡомартҡылар бар! Улар әле лә яҙыла. Хоҙай Тәғәлә милләттәрҙе бер-береһе менән танышһын, төрлө тел өйрәнһен, ғилем уртаҡлашһын өсөн яратҡан.
Донъяға килгән һәр кеше иң тәүҙә туған телен өйрәнә, уҡый башлағас, дәүләт телен, сит телдәрҙе үҙләштерә. Борон-борондан тәржемәселәр иң кәрәкле һөнәр эйәләре булып иҫәпләнгән. Күпме тел белһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була.
Милләттең төп нигеҙе — тел һәм мәҙәниәт. Улар бер бөтөндө тәшкил итә. Туған телгә, мәҙәниәткә, йолаларға ғаиләлә иғтибар бар икән, милләт тә йәшәйәсәк. Әхмәтзәки Вәлиди "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты"нда ике бөйөк ҡиммәтебеҙгә — динебеҙгә һәм телебеҙгә — һөжүм буласағы тураһында белдергән. Был һүҙҙәрҙе тарих иҫбатланы. Динебеҙҙе һаҡлаһаҡ, телебеҙ ҙә имен булыр.
Ғабдулла Туҡайҙың "Эй, туған тел, эй, матур тел, атам-әсәмдең теле", Рәми Ғариповтың "Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ" тигән һүҙҙәре юҡтан ғына әйтелмәгән. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, телебеҙ бер телдән дә кәм түгел. Уны аралашыу кимәлендә генә түгел, ә төбөнә төшөп өйрәнергә, барлыҡ ижади ҡомартҡыларын белергә ынтылырға тейешбеҙ. Бергәләп эшләһәк, сабыйҙарыбыҙҙа йырҙарыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә мөхәббәт уятһаҡ ҡына милләтебеҙ һаҡланыр.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә телебеҙҙе өйрәнергә, яҡларға, юғары кимәлгә күтәрергә насип итһен. Шулай булһа, иншаллаһ, динебеҙ ҙә халҡыбыҙҙың күңеленә нур биреп торор. Амин.