Саҡырылмаған “ҡунаҡ”02.05.2013
Кеше тәбиғәт алдында барыбер көсһөҙ. Дүшәмбе эштән һуң халыҡ өйөнә ашыҡҡанда, ҡапыл күк йөҙө ҡараңғыланып, дауыл сығып, көслө ямғыр яуа башланы. Күҙ асып йомған арала ҡайһы бер йорттарҙың ҡыйығы аҡтарылып осто, ағастар ауа, электр сымдары өҙөлә башланы.
Ғәрәсәт һөҙөмтәһендә бигерәк тә ҡаланың 2-се мәктәбе, лицей-интернат ҙур зыян күрҙе. Шулай уҡ биш автомобиль сафтан сыҡҡан. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙе лә дауыл урап үтмәне: ҡоймалар емерелде, шифер ҡыйыҡтар ярылды.
Урындағы метеостанция елдең секундына 20 метр тиҙлектә иҫеүен теркәгән. Баймаҡта ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш кисекмәҫтән башланды, белем усаҡтарында дәрестәр ваҡытлыса туҡтатылды. Электр һәм телефон элемтәһе тулыһынса тергеҙелгән.