Йәйге селлә. Ун ике йәшлек ҡыҙсыҡ ҡул һырты менән маңлайынан тирен һөртөп ала ла түтәл утауын дауам итә. Каникулдың өс айының икеһен яңы уҡыу йылына мәктәп формаһы алыр өсөн питомникта эшләп үткәрә ул. Ювеналь юстиция булдырыу яҡлылар бөгөн быны балаларҙы хеҙмәткә мәжбүр итеү тип баһалар инеме икән? Ә ҡыҙҙың атаһы Салауат ағай бары тик йәшләй эшкә күнегеү, тырышлыҡ, сыҙамлыҡ ҡына кешене бәхетле итә тип уйлай һәм ете балаһын да ата-баба ҡануны буйынса тәрбиәләй. Бының ни тиклем дөрөҫ булыуы маңлай тирен һөртә-һөртә түтәл утаған ҡыҙҙың киләсәк яҙмышында раҫланасаҡ...
Һүҙебеҙ — “Өфө трикотаж фабрикаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, “Ағиҙел” Башҡортостан художество кәсептәре берекмәһенә һәм “Аҡбуҙат” милли аш-һыу ресторанына етәкселек иткән Зөһрә Исмәғилева тураһында.
– Аҡса һанарға ла бәләкәйҙән өйрәнеүем эшҡыуарлыҡҡа килеүемә йоғонто яһағандыр, – ти ул. Ләкин бизнестың фәҡәт аҡса эшләүгә ҡоролоуын инҡар итә геройыбыҙ. Һәр хәлдә, был юл Зөһрә Салауат ҡыҙы кеүек ысын эшҡыуарҙар өсөн түгел. Уныңса, эшҡыуарлыҡ изге уй менән һуғарылғанда ғына бәрәкәтле була, үҙен аҡлай.
Күптән түгел билдәле модельер Вячеслав Зайцев Өфө трикотаж фабрикаһында етештерелгән яңы мәктәп формаһы өлгөләрен йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарҙы. Тик республикала йәшәүселәр быны иғтибарға алдымы икән?
– Беҙ тәҡдим иткән мәктәп формаһының уҡыусылар, бигерәк тә башланғыс класта белем алыусылар өсөн уңайлы булыуы хаҡында һөйләп тороу ҙа артыҡ, – ти Зөһрә Салауат ҡыҙы. – Уларҙың балаларҙың һаулығын ҡайғыртып етештерелеүе иһә айырыуса әһәмиәтле – кейемдәргә кәүҙәне төҙ тоторға ярҙам итеүсе яйланмалар тегеп ҡуйылған.
Ысынлап та, ҡыҙҙар өсөн сарафан, итәк, блузка, кардиган, малайҙар өсөн салбар, жилет, пуловерҙан торған комплекттар уңайлы ла, матур ҙа, зауыҡлы ла. Улар зәңгәр, күкһел һоро, алһыу төҫтәрҙә тәҡдим ителә.
Вячеслав Зайцев менән берлектәге проект – фабрика коллективының иң ҙур уңыштарының береһе. Ул етештергән бәйләм әйберҙәр илебеҙ баҙарында йылдан-йыл ҙурыраҡ ихтыяж тыуҙыра. Иң талапсан һатып алыусыны ла ҡәнәғәтләндерерлек тауарҙар күп тапҡыр махсус күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа юғары баһаға лайыҡ булған.
Илебеҙҙең еңел сәнәғәтендә фабриканың алдынғы предприятие булып танылыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Был – заман һулышын тойоп эшләү, яңы технологиялар индереү, дизайнды һәм сифатты яҡшыртыу, ҡеүәтле сит ил ҡорамалдарын ҡуйыу һәм аҡыллы маркетинг сәйәсәте үткәреү һөҙөмтәһе. Йөн, ярым йөн, етен, кизе-мамыҡ кеүек тәбиғи сеймалға экологик зыянһыҙ яһалма сүс ҡушып бәйләнгән трикотаж йыуғандан һуң ултырмай, төҫө лә сыҡмай, килешле лә, ҡупшы ла. Өҫтәүенә хаҡы ла ҡиммәт түгел. Был кейемдәрҙе Зөһрә ханым үҙе лә яратып кейә.
Бармағыңдың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта, тигән кеүек, ижад ҡомарын, йөрәгенең ҡайнарлығын һалып күтәргән “Ағиҙел” художество кәсептәре берекмәһе лә, “Аҡбуҙат” рестораны ла уға үтә ҡәҙерле. Изге йылғабыҙ атамаһын алған берекмә һәм данлы эпосыбыҙҙағы толпар исемен йөрөткән ресторан етәксеһенең тарихҡа, мәҙәниәткә оло һөйөү йөрөткән кеше булыуы осраҡлымы? Минеңсә, юҡ. Тап Зөһрә Исмәғилева килгәс, “Ағиҙел”дең дә, “Аҡбуҙат”тың да икенсе һулышы асылды. Уларҙың ҡабатланмаҫ йөҙөн, халыҡсанлығын яңыса балҡытыу өсөн егәрле ханым ифрат ҙур көс һала.
– Милли аш-һыуыбыҙ ҙа, халҡыбыҙ кәсептәре лә – быуындан быуынға күсергә тейешле ҡомартҡы. Уларҙы юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ, – тип иҫәпләй ул. – Бөгөнгө донъяла барған үҙгәрештәр халыҡтарҙа асылын, милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу теләген үҫтерә, сөнки ул — бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ хазина. Сит илдәрҙә төрлө форумдарҙа ҡатнашҡанда был айырыуса ныҡ тойола. Мәҫәлән, Германияға Донъя ҡатын-ҡыҙҙары союзы форумына “Ағиҙел” теккән милли кейемдә барғайным — барса халыҡ хайран ҡалды. Миңә, Башҡортостаныбыҙ, мәҙәниәтебеҙ хаҡында һөйләүҙән тыш, башҡорт ҡыҙҙары бейеүен дә башҡарырға тура килде. Был ил кешеләренең боронғолоҡто баһалауы, үҙ тарихын күҙ ҡараһылай һаҡлауы һоҡландырҙы.
Зөһрә Салауат ҡыҙы яҡын киләсәктә республика төбәктәрендә халыҡ кәсебен үҫтереп, ҡул эштәре һатыласаҡ үҙәк булдырыу хаҡында хыяллана. Был ауыл кешеләренең күпселеген эшле итер ине. Үҙәкте “Ағиҙел” предприятиеһы нигеҙендә ойошторорға иҫәп тота булдыҡлы етәксе. Тынғыһыҙ ханымдың күңелендә тыуып, тормошҡа атҡарылырға торған уйҙарҙың береһе генә әле был.