Хәтергә лә йоғонто яһай02.05.2013
Бөгөн сауҙа нөктәләрендә бүҙәнә йомортҡаһын йыш осратырға мөмкин. Уның файҙаһы нимәлә?

Бүҙәнә йомортҡаһы бик тәмле һәм файҙалы. Ул аллергия булдырмай, тауыҡтыҡынан айырмалы, составында холестерин юҡ. Бынан тыш, ул нервы системаһын нығыта, тире, сәс торошона ыңғай тәьҫир итеүсе А һәм В төркөмө витаминдарына, цинкка бай. Фосфор, калий, тимер күп, шунлыҡтан ул балаларҙың хәтеренә һәйбәт йоғонто яһай.


Вернуться назад