Ҡытайҙа йәнә ҡош киҙеүе баш ҡалҡытҡан тип ишеттем. Кеше өсөн ул хәүефлеме?
Моғайын, ҡош-ҡортта сир тыуҙырыусы А (Н7 N9) киҙеүе вирусы хаҡында ҡыҙыҡһынаһығыҙҙыр. Табиптарҙың әйтеүенсә, вирустың яңы штаммы тәүге тапҡыр кешелә табылған. Йоғоуының сәбәбе — гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, сирҙе ҡуҙғытыусы вирустың кешенән-кешегә йоғоу осрағы күҙәтелмәгән, хәүефләнергә урын юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре аэропорттарҙа Ҡытайҙан килеүселәрҙең сәләмәтлеген тикшерә.