Ете тарафтан ете хәбәр18.11.2011
Һайлаусылар һаны арта


Ҡалтасы районында 21,5 меңгә яҡын кеше һайлауға барасаҡ. Әлеге мәлдә дүрт тиҫтәгә яҡын кешегә теркәүҙән төшөү таныҡлығы бирелгән. Улар араһында студенттар, республиканан ситтә вахта ысулы менән эшләүселәр күпселекте тәшкил итә.
Үҙәк район китапханаһы уҡыусылар араһында конкурс үткәргән. “Һорау-яуап” рәүешендә йәштәр һайлау ҡануниәте үҙенсәлектәрен үҙләштергән.
“Ҡалтасы таңдары”, Ҡалтасы районы.


Төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ


Бөрө районы ауылдарын төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 1 миллион 400 мең һум аҡса бүленгән. Ошо сумманан һәр ауыл Советына яҡынса 100 мең һум күсереләсәк.
Мәҫәлән, Калинники, Осиновка һәм башҡа ауыл Советтарында был аҡса урамдарға яҡтылыҡ үткәреү өсөн тотоноласаҡ. Березовка, Суслов ауыл Советтарында мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы ҡоймаларын төҙөкләндерәсәктәр, зыяратты тәртипкә килтерәсәктәр.
“Еңеү”, Бөрө районы.


Иң яҡшы санитар табип – Белоретта


“2011 йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ярышында кеше ғүмере һағында тороусы 94 кеше ҡатнашҡан.
“Иң яҡшы санитар табип” номинацияһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының эпидемиология бүлексәһе мөдире Рәлиә Ғәлләмова еңеү яулаған.
“Урал”, Белорет районы.


Экскаватор шәп!


”Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының Ишембай юл төҙөү-ремонтлау идаралығына яңы техника ҡайтты. Кореяла етештерелгән экскаватор өр-яңы заман талаптарына яуап бирә.
— Машина ҡеүәтле, салоны иркен, йылы, эш барышын махсус компьютер күҙәтеп тора. Тиҙлеге лә юғары, – ти водитель Марс Ғәлимов.
Бөгөн заманса техника Сәлих ауылы эргәһендәге таш сығарыу майҙанында файҙаланыла.
“Торатау”, Ишембай районы.


Һаулыҡ һағында


Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары райондың амбулатория һәм участка дауаханаларында айырым көндәрҙә пациенттарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора. Үткән аҙнала белгестәр Илсеғол һәм Туңғатар ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәткән.
Күптәргә ҡалаға йөрөү ҡыйынға төшә. Шуға табиптарҙың килеүе халыҡҡа айырыуса ҡулай. Яҡын арала белгестәр Уральск, Ураҙ, Сәфәр, Миндәк, Ахун ауылдарына юл тотасаҡ.
“Яйыҡ”, Учалы районы.


Әлегә еңеп булмаһа ла…


Быйыл Салауат ҡалаһының полиция хеҙмәткәрҙәре 35 уйын клубының законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуын асыҡлаған.
600 берәмек уйын ҡорамалы тартып алынған. Ҡомарлы уйындар ойошторған өсөн 12 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған.
“Салауат”, Салауат ҡалаһы.


Ярыш көсөргәнешле барҙы


Архангел районы мәктәптәре уҡыусылары араһында “КЭС-БАСКЕТ” баскетбол лигаһы ярыштары булды. Унда 15 команда ҡатнашты.
Егеттәр командаһынан — 2-се мәктәп уҡыусылары, ҡыҙҙар араһында хужалар беренсе урынды яуланы.
“Инйәр”, Архангел районы.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад