Ризыҡҡа иғтибарлы бул02.05.2013
Бөйөргә таш нилектән ултыра, унан нисек ҡотолорға була?
Матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, бигерәк тә һыу, тоҙ һәм ҡандың химик составы үҙгәргәндә, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан, бәүел юлдары системаһындағы хроник сирҙәрҙең таш үҫеүҙе йәнә көсәйтеүе ихтимал. Был осраҡта туҡланыуға иғтибарлы булырға кәрәк. Бәүелдең кислоталылығын арттырыусы әсе, тоҙло ризыҡтарҙан баш тартырға, күберәк һыу эсергә тырышығыҙ. Ныҡ тоҙло һыу ҙа таш барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.