Ҡайһы шашлыҡ яҡшыраҡ?02.05.2013
Май байрамдарын көтөп алабыҙ. Дуҫтар менән тәбиғәткә сығырға, шашлыҡ ҡурырға иҫәп бар. Баҙар буйлап ит эҙләп йөрөгәнсе (уны һайлай беләбеҙме һуң?), магазиндағы әҙер шашлыҡты һатып алырға ине. Дуҫтарымдың ҡайһы береһе риза түгел: йәнәһе, улар оҙаҡ маринадта торған, хәүефле булыуы ихтимал. Ҡайҙа дөрөҫлөк?

Роман ГАЙДАШОВ, аҙыҡ-түлек буйынса бойондороҡһоҙ эксперт яуап бирә:
– Итте яҡшы итеп ҡурған осраҡта, магазин шашлығы һис тә хәүефле түгел. Ул уксус, тоҙ, тәмләткестәр ҡушымтаһында оҙаҡ һаҡлана, тимәк, патологик микрофлора үҫешмәй. Ҡайһы бер компаниялар итте оҙағыраҡ һаҡлау өсөн ҡуйыртҡыстар һәм консерванттар өҫтәй, был хаҡта ярлыҡта яҙылған булырға тейеш – иғтибар итегеҙ. Иң яҡшыһы – “химия”һыҙ ит һатып алыу, әлбиттә. Шулай уҡ магазиндыҡына тағы бер дәғүә бар: йыш ҡына уны иттең матур урындарынан түгел, ә ярылы, майлы өлөштәренән яһайҙар. Шуға күрә алғанда һауытты асып күрһәтеүҙәрен үтенегеҙ.


Вернуться назад