Итте нисек тикшерәләр?02.05.2013
Мин Рәсәйҙә етештерелгән итте һатып алырға тырышам, сөнки ул хәүефһеҙерәк. Сифатын тикшерәләрҙер, тигән фекерҙәмен. Ғөмүмән, был ғәмәл нисек башҡарыла? Һәр малдың итен нисек ҡарап өлгөрмәк кәрәк?
Россельхознадзорҙың эске ветеринария күҙәтеүе идаралығы начальнигы Владимир МЕНЯКИН яуап бирә:
– Ысынлап та, сәнәғәт кимәлендә һәр һуйылған малды тикшереү мөмкин түгел. Рәсәйҙә лә, сит илдә лә был эш һайлап ҡына башҡарыла. Мәҫәлән, ит етештереүгә ветеринария контроле йәһәтенән күп илдәргә өлгө булып торған Германияла һәр 10 мең баш малдың бишәүһенең генә итен лабораторияға оҙаталар. Малдың организмында антибиотик ҡалдыҡтары, паразиттар, төрлө ауырыуҙар барлығын-юҡлығын тикшерәләр. Ошондай ысул үҙен аҡлай.