Балаға ҡасан йорт һатып алырға мөмкин?02.05.2013
Фатир һатып алғас, уны улыбыҙ исеменә яҙҙырырға уйлайбыҙ. Тик балабыҙға әле ни бары ике йәш. Уны нисә йәшенән торлаҡ милексеһе итергә мөмкин? Бындай осраҡта милеккә һалым нисек һәм кем тарафынан түләнә?
Теләһә ниндәй күсемһеҙ милекте бала исеменә бәләкәй сағынан уҡ (тыуғандан алып) яҙҙырып була. Һалым милек хужаһының йәшенә бәйле түгел. Шуға күрә бәлиғ булмағандар өсөн уны, Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 28-се статьяһына ярашлы, законлы вәкилдәре — ата-әсәһе, опекуны, уллыҡҡа алыусы түләй.