Үҙ аҡсаһы иҫәбенә генә02.05.2013
Улым "Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" программаһында ҡатнашыусы булараҡ йорт һалды. Социаль пособие ла түләнеләр. Уның төҙөлөшкә сығымдар буйынса һалым ҡайтармаһы алырға хоҡуғы бармы?

Улығыҙ бындай хоҡуҡҡа эйә, тик үҙ аҡсаһы иҫәбенә башҡарған эштәр өсөн генә.
Һалым кодексына ярашлы, һалым түләүсе йорт һалыуға йәки һатып алыуға үҙе түләгән аҡса иҫәбенә генә һалым ҡайтармаһын алыу мөмкинлегенә эйә. Әгәр сығымды эш биреүсе, башҡа кешеләр йәки бюджет ҡаплаһа, ҡайтарма бирелмәй. Шуға күрә һалым органына документ тапшырғанда, улығыҙ төҙөлөшкә субсидиянан тыш үҙе һалған аҡса күләмен генә күрһәтергә тейеш.


Вернуться назад