Өҫтәмә түләү шарттары02.05.2013
Төп эшең менән бер үк ваҡытта икенсе хеҙмәткәрҙең бурыстарын ваҡытлыса үтәп торған өсөн нисек түләнергә тейеш?

Хеҙмәт договоры менән билдәләнгән эшеңдән бушатылмайынса икенсе кешенең вазифаһын ваҡытлыса башҡарған өсөн өҫтәмә хаҡ түләнергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә эшкә хеҙмәткәрҙең ризалығы ла талап ителә. Түләү күләме закон менән билдәләнмәй. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, өҫтәмә эш күләме һәм уның йөкмәткеһе, башҡарыу ваҡыты, хаҡ түләү хеҙмәт договорына ярашлы ҡаралырға тейеш.


Вернуться назад