Кем пенсияға ваҡытынан алда сыға?02.05.2013
Биш баламдың береһе йәше лә тулмаҫтан вафат булды. Миңә күп балалы әсә булараҡ ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы биреләме?
Бындай хоҡуғығыҙ юҡ. "Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында"ғы Федераль закондың 28-се статьяһына ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән, өҫтәүенә кәмендә 15 йыллыҡ страховка стажына эйә булған ҡатындарға ғына ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы бирелә.