Оло йәштәгеләр тик ятмай02.05.2013
Пенсияға бәйле мәсьәлә күтәрелгәндә "хаҡлы ялдағылар арта, эшләүсе йәштәр аҙ" тигәнде йыш ишетергә тура килә. Пенсионерҙар араһында хеҙмәтен дауам иткәндәре лә бар бит. Улар күпме икән?
Башҡортостанстат билдәләүенсә, республика халҡының дөйөм һанында пенсионерҙарҙың өлөшө даими арта. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса ул халыҡтың 26,8 процентын тәшкил иткән. Был күрһәткес 1990 йылда — 21,7, 2000-дә 25 процент булған.
Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе, йәғни 81,6 проценты, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы ала. Республикала пенсияның уртаса күләме — 8,6 мең һум.
Башҡортостанстат пенсияның күтәрелеүен теркәй. Мәҫәлән, ул 2000 йылдан алып 2012-гә тиклем 3,2 тапҡырға артҡан. Статистар шулай уҡ уртаса пенсияның һәм эш хаҡының сағыштырмаса яҡшырыуын билдәләй. Әгәр 2002 йылда пенсия эш хаҡының 29 процентын тәшкил итһә, 2012-лә — 43 процентын. Иҡтисади йәһәттән үҫешкән илдәрҙә был күрһәткес 50-60 процентҡа ла етә.
Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар йылдан-йыл күбәйә бара. Былтыр Башҡортостанда һәр өсөнсөһө тиерлек (29,3 процент) мәшғүл булһа, 2001 йылда һәр етенсеһе генә аҡса тапҡан. Ҡала кешеһенең эшкә урынлашыу мөмкинлеге ҙурыраҡ, шуға ла унда эшләүсе пенсионерҙарҙың өлөшө — 36,3 процент, ә ауылдарҙа ни бары — 19,4 процент.