Матросов яҡлауға мохтаж түгел...02.05.2013
Матросов яҡлауға мохтаж түгел... Рәсәйҙең үҙәк гәзиттәрендә дөрөҫлөккә тура килмәгән һәм айыҡ аҡыл менән аңлау мөмкин булмаған яҙмалар ара-тирә осрап тора. Милли төбәктәрҙә иһә дөрөҫлөктө тергеҙеү маҡсатында гәзиттәрҙә ҙур урын бирелә.

Был осраҡта "Культура" гәзитендәге "Спасти рядового Матросова" тигән яҙма (2013 йыл, 20 февраль) күҙ уңында тотола. Мәҡәләлә оҙон-оҙаҡ сүбәк сәйнәлгән, Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы Александр Матросовты яҡлауға йүнәлтелгән, йәнәһе. Урындағы халыҡ, был геройҙы урыҫтарҙан айырып алып, "хосусилаштыра", имеш. "Культура" гәзите был күренешкә сик ҡуйырға тейеш икән. Бына һиңә яңылыҡ!
Мәҡәлә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың (эйе, ысын-ысындан яҡташыбыҙҙың!) ҡаһарманлыҡ ҡылып, фашистар тарафынан һәләк ителеүенә 70 йыл тулыуға бағышлана. Ярай ҙа, юбилей уңайынан батырҙы хәтергә төшөрөп, уға яңынан дан йырларға саҡырыу булһа?! Был турала ләм-мим. Александр Матросовтың ҡаһарманлығы тураһында һөйләү ҙә юҡ яҙмала. Ни бары уны "ҡотҡарып ҡалыу" проблемаһы. Ә Матросов кемдең дә булһа яҡлауына мохтажмы?..
Ҙур күләмле гәзиттең ике битен тултырғансы яҙылған мәҡәлә фәҡәт Матросовтың данын һаҡлаусылар тураһында, уларҙың был бурысҡа һалҡын ҡарашы хаҡында. Авторы Нильс Иогансен был йүнәлештә ҙур тырышлыҡ һалған. Кәрәге булдымы икән? Хәйер, Псков өлкәһендәге хәлдәргә килгәндә, булғандыр...
Тарихи мәғлүмәт. 56-сы уҡсылар дивизияһының 254-се гвардия уҡсылар полкы (Калинин фронты) Псков өлкәһенең Чернушки ауылы өсөн барған һуғышта, немецтарҙың дзоты ут сәсеүе сәбәпле, баҙап ҡала. Хәрби йөкләмәнең — ауылды азат итеү бурысының — үтәлмәү ихтималлығы тыуа. Дзоттағы пулеметты тонсоҡтороу өсөн ебәрелгән һалдаттар уңышҡа өлгәшә алмай һәләк була. Сират — рядовой Матросов һәм уның иптәшендә. Матросов шыуышып барып етә, ут нөктәһенә бер-бер артлы ике граната тондора. Һәм... Йә, Хоҙай, пулемет тынып ҡалды түгелме! Быға шик ҡалмаған кеүек булғас, рота һөжүмгә күтәрелә, ләкин мәкерле дошман яңынан ут сәсә башлай...
Былай ҙа ауыр яраланған Матросов, һуңғы көсөн туплап, үҙ кәүҙәһе менән дзот амбразураһын ҡаплай. Ошо сәғәттә беҙҙекеләр Чернушки ауылына бәреп инә һәм уны немецтарҙан азат итә.
Командование, рядовой Матросовтың ҡаһарманлығын юғары баһалап, уға бүләкләү ҡағыҙы тултыра. Уныһы бик юғары даирәгә, Сталинға уҡ еткерелә. Сталин тап ошо мәлдә һалдаттарҙың ҡаһарманлығын раҫлаусы үрнәк эҙләгән икән. Ул Матросов өлгөһөн эләктереп алып, рядовойға Советтар Союзы Геройы исемен биреү юлын билдәләй. Батырлыҡ 1943 йылдың 27 февралендә яһалды тип тамғаланһа ла, уны 23 февралдә тип төҙәтмә индерә. Әтнәкәһе бар: данлыҡлы Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығы ошо көндә билдәләнә. Рядовой Александр Матвеевич Матросовтың тиңһеҙ батырлығы тураһындағы материал фронттарҙа ла, тылда ла таратыла. Әммә бер уңайһыҙлығы асыҡлана: тыуған урыны Украинаның Донецк өлкәһе тип күрһәтелгән, әммә ул төбәктә быны аныҡ билдәләү мөмкин булмай. Бындай исемле баланың донъяға килеүе тураһында рәсми мәғлүмәт табылмай.
Ә шулай ҙа... Иҫәп карточкаһында Матросовтың Өфөләге хеҙмәт колонияһында булғанлығы күрһәтелгән, тимәк, ул — Башҡортостан егете! Бына һиңә асыш!
Бер йылдан һуң, 1944 йылдың 8 мартында тағы бер яугир — был юлы 109-сы уҡсылар дивизияһының гвардия лейтенанты Миңлеғәли Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин — немец дзоты амбразураһына үҙ кәүҙәһе менән ташлана. Был хәл Херсон өлкәһенең Дудчани ауылы өсөн барған һуғышта була. Ғәмәл шуныһы менән иғтибарҙы тарта: Ғөбәйҙуллин офицерҙар араһынан беренсе булған икән. Ә беҙҙең өсөн шуныһы мөһим: Ғөбәйҙуллин — яҡташыбыҙ, Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылынан. Уға ла Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).
Мастросов менән Ғөбәйҙуллиндың ҡаһарманлығы, уларҙың дошманды еңеү, халыҡҡа бәхетле тормош ҡайтарыу хаҡына ғәзиз ғүмерҙәрен ҡорбан итеүе яҡташтарҙы тәрән тулҡынландырҙы. Бөгөн дә уларҙы онотҡан юҡ, йәштәр улар өлгөһөндә тәрбиәләнә.
Һүҙ ыңғайында шуныһын әйтмәү мөмкин түгел: 1941 йылда уҡ дошман дзоты амбразураһына танк ротаһы политругы А. Панкратов ташланған булған. Һуғыш йылдарында бындай ҡаһарманлыҡ ҡылған 215 яугир теркәлгән, өс кеше, ни ғәжәп, имен ҡалған, 134 батырға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.
Уйланырға мәжбүр итерлек тағы бер дәлил: немец һалдаттары араһында бындай ҡаһарманлыҡҡа барған кеше булмаған (Великая Отечественная война, 1941—1945. Энциклопедия. М. Олма-пресс. 2001).
Яҡташтарыбыҙ ҡаһармандарҙың данын һаҡлау маҡсатында барыһын да эшләне, тип раҫларға мөмкин. Өфөлә Александр Матросов баҡсаһы бар, унда тулы һынлы һәйкәле ҡуйылды, балалар колонияһында музей асылды. Өршәкбаш-Ҡарамалыла һәм район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡуйылды. Ике батырҙың да исеме Өфөләге кинотеатрҙарға бирелде. Унан тыш, колхоздар, ауыл һәм ҡала урамдары... Әҙәбиәт һәм кино сәнғәте оҫталары бынамын тигән әҫәрҙәр ижад итте.
Ҡаһармандарыбыҙҙың исеме бөгөн дә телдән төшмәй. Өфөнөң Еңеү паркындағы мөһабәт скульптураны алайыҡ. Пилонда Матросов менән Ғөбәйҙуллиндың һынлы образдары осоп ҡайтып килгән һымағыраҡ кәүҙәләнгән. Бына улар тыуып үҫкән төбәккә ҡайтып еткән дә, ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтап, беҙҙең бәхетле тормошҡа ҡараш ташламаҡ булған. Әйтерһең, улар һорау бирә: һеҙ беҙҙе онотмайһығыҙмы?..
Композиция алдында — мәңгелек ут. Халыҡ хәтере ялҡын булып балҡый. 1980 йылдан бирле, парк асылған көндән алып, ут һүнмәй. Республика Президенты һәм башҡа рәсми вәкилдәр был иҫтәлекле һәйкәлгә гөлләмәләр һала, ә йәмәғәтселек вәкилдәре һәм меңдәрсә граждан ян-яғын ал-ҡыҙыл сәскәгә күмә. Һәйкәл илаһи көс менән күптәрҙе саҡырып тора. Туй булһынмы, ғаилә байрамдарымы — паркка һуҡмаҡ һыуынмай. Ситтән, бик алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙың күбеһе паркта һәм уның йөҙөк ҡашын тәшкил иткән Республика Хәрби Дан музейында булмай китмәй.
Был турала тәфсирләп һөйләп тороу, бәлки, кәрәкмәҫ ине лә, ләкин гәзит хәбәрсеһе Иогансен үҙ алдына "рядовой Матросовты ҡотҡарыу" бурысын ҡуя бит. Уның гражданлыҡ кәйефе ныҡ боҙолған, күрәһең. Сәбәбе асыҡ: Псков өлкәһендә Матросовтың иҫтәлеге баһаланмай. Әйтәйек, Чернушки ауылы тамырынан ҡороған. Күркәм һәйкәлдән елдәр иҫкән, уны ватып-емереп, металл киҫәктәрен урлағандар. Мәңгелек ут ҡоролмаһын да аямағандар. Ауыл булған урында бил тиңлек ҡый үләне үҫә. Район үҙәге Локненск ауылында ла Матросовтың исеме телдән төшөп ҡалған...
Иогансен Өфөгә килеп төшкәс, бөгөнгө юридик институтҡа юл тота, сөнки был уҡыу йорто ҡасандыр колония биләгән бинала урынлашҡан. Журналистар унда хеҙмәткәрҙәр Салауат Хәкимов менән Дарис Әүхәҙиевкә тап була. Былар Матросов музейының юҡлығын тейешенсә аңлатып бирмәгәнме, әммә "гәзиттә" музей юҡлығы — республика етәкселәренең ғәйебе тип раҫлана. Үҙенән-үҙе аңлашыла: коммунизм осоро музейҙары президент Борис Ельцин идара иткәндә һүтелде. Быныһы — бер. Икенсенән, бөгөнгө юридик институт колония музейын һаҡлап тоторға бурыслы түгел бит.
Үҙебеҙҙең егеттәр, Мәскәү ҡунағына Рәүеф Насиров эшләгән фильмды күрһәтеп, уның кәйефен ахыр сиктә ҡырған. Башҡорт телендәге тексты аңлатыу ҡыйын булғанмы, Иогансен был фильмға ҡаршы. Йәне-тәне менән. Ошо хәлгә етеп туҙынған мосафир Республика Хәрби Дан музейына килеп инеү менән: "Һеҙ ниңә Матросовты башҡорт итергә маташаһығыҙ?" — тип ташланды.
Һүҙҙе тыныс, эшлекле юлға һалыу ниәтенән беҙ, Насировтың проектында беҙҙең музейҙың ҡатнашлығы булманы, тип аңлатырға теләнек. Унан һуң, ирекле шәхес һәм күренекле яҙыусы Рәүеф Насировтың, Шакирйән Мөхәмәтйәнов эҙҙәренән йөрөп, бай материал туплауы, ул материалдың Учалы районындағы Ҡунаҡбай ауылы мәктәбе музейына нигеҙ булыуы тураһында ла аңлаттыҡ. Мәскәү ҡунағы, теләге булһа, Насировтың үҙе менән осраша алыр, хатта Учалыға барып килер ине...
"Культура" гәзитендә баҫылған материал уҡыусыларҙа аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы. Автор былай тип яҙа: "Свидетель в фильме говорит не по-русски, а на каком-то (?) местном наречии башкирского". Ошо сәбәпле Шакирйәндең балалыҡ дуҫы Черниковтың "урыҫлашҡан башҡорт" тип һөйләгәндәрен Иогансен һис ҡабул итмәгән. Матросовтың яҙмышы Мөхәмәтйәновтыҡы менән бер булыуы — уның өсөн башҡа һыймаҫ баш-баштаҡлыҡ. Беҙҙең менән гәпләшкәндә Иогансен, урыҫ милләтле батырҙы башҡортҡа әйләндереү һис яраған эш түгел, тип иҫбатламаҡсы ине, ләкин шуныһын аңлатырға тырыштыҡ: башҡорттан да, татарҙан да урыҫ тыуыуы ихтимал. Милләт вәкилдәре еңел генә урыҫҡа әйләнә ала. Дәлилдәр килтерҙек, ләкин ул быны киреһенсә аңлатҡан: имеш, "русские и татары всегда присваивали себе подвиги и достижения башкир". Һүҙмә-һүҙ шулай тип яҙған.
...Быйыл, Александр Матросовтың ҡаһарманлығына 70 йыл тулған көндәрҙә, беҙҙең музейҙа ла уның тураһында хәтергә алынды. Хәйер, был көндә генәме ни?! Батырҙарыбыҙ, милли сығышына ҡарамай, пропагандалана. Ҡыҙғаныс, Иогансен ул көндәрҙә Өфөлә булманы. Әйтәйек, Матросов исемендәге парк уртаһында, 23 февраль иртәһендә, йөҙҙәрсә кеше йыйылғанын күреп шатланыр, кәйефен ыңғай яҡҡа үҙгәртә алыр ине. Ә бит Матросов һәйкәле янындағыларҙың күпселеге мәктәп балалары ине. Һөйләүселәр батырҙарҙы ололап хәтергә алды, йәштәр уларҙың өлгөһөнә һоҡланыуын белдерҙе. Һәйкәлгә сәскәләр һалынды, телекамералар эшләп торҙо. Программа үтәлгәс, тантанала ҡатнашыусылар, Еңеү паркына килеп, яңынан дәүләт кимәлендәге тантаналарҙа ҡатнашты. Эйе, Матросов менән Ғөбәйҙуллин монументына сәскәләр һалынды, халыҡ көноҙоно өҙөлмәне. Был — ғәҙәти хәл.
Ғөмүмән, рядовой Матросовты ҡотҡарыу кәрәкме? Кемдән, нимәнән? Быға саҡлы Матросов исеменә тырнаҡ ҡараһылай тап төшөрөлмәне. Булмаясаҡ та. Яҙмышына күрә башҡа милләт кешеһе булып киткән икән, шул сифатта ҡала килә. Матросовтың исемен алыштырыу мөмкин түгеллеген аңламаған кеше булһа ла, беҙҙә түгелдер. Замана үҙ батырҙарына үҙенә хас исемдәр биргән икән, беҙ уны төҙәтә алмайбыҙ.


Вернуться назад