“Аҡсаңды түләп тә ваҡытында уҡый алмағас...”02.05.2013
“Аҡсаңды түләп тә ваҡытында уҡый алмағас...”Ошо көндәрҙә Иглиндә һәм райондың Меңйетәр ауыл биләмәһенә ингән Үктәйҙә, Һарт-Лабауҙа матбуғатҡа яҙылыу сараһында ҡатнашырға тура килде. Район үҙәгендә ул мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолғайны. Һүҙ юҡ: халыҡ ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалһын өсөн шарттар тыуҙырылды, йыр-моң да майҙанға әйҙәп, яңғырап торҙо. Матбуғатҡа яҙылыу аҙналығы хаҡында район гәзиттәре лә хәбәр иткән. Форсаттан нигеҙҙә уҡытыусылар, пенсионерҙар, ойошма һәм предприятие вәкилдәре файҙаланды.

Үктәйгә билдәләнгән ваҡытҡа килеп етә алманыҡ, шулай ҙа түҙемле генә көткәндәр. 160-тан ашыу йорттан торған был ауыл халҡы ла байтаҡ проблемалар менән йәшәй. Пенсиялағы ветеран уҡытыусы Наил Гәрәев әйтеүенсә, Үктәй заманында районда ҙур ауылдарҙың береһе һаналған. Бөйөк Ватан һуғышына 200-ҙән ашыу ир-ат киткән. Әйләнеп ҡайтырға насип булғандары ла хәҙер мәрхүм инде. Хужалыҡта дәррәү эшләгән саҡтарын да һағынып иҫкә алырға ғына ҡалған. Хәҙер йәштәр ата-бабаһы нигеҙендә төпләнмәй, сөнки бында эш юҡ. Һөҙөмтәлә ни бары һигеҙ бала уҡып йөрөй. "Мәктәп ябылһа, ауылдың яҙмышы нисек буласағын фаразлап тороу ҙа кәрәкмәй", — тип борсола Наил ағай.
Матбуғат баҫмаларын алдырыуҙарына килгәндә, үкенескә ҡаршы, почтальондың сумкаһы күпкә еңеләйгән. "Элек һәр йортҡа 10 — 15 дана гәзит-журнал таратыла ине. Яҙыла ла, уҡый ҙа торғайныҡ. Ул саҡта яратҡан баҫмаларҙы ваҡытында, хатта көнөндә үк ҡулыбыҙға алдыҡ. Ә хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса, “Аҡсаңды түләп тә ваҡытында уҡый алмағас...”халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәттең шулай кире яҡҡа үҙгәреүенә аптырайбыҙ", — тип почта таратыуға дәғүә белдерҙеләр.
Һарт-Лабау ауылындағы осрашыу Үктәйҙәгегә ҡарағанда йәнлерәк үтте. Улар ҙа гәзиттәрҙән журналистар, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығынан вәкил, райондың почта начальнигы килер булғас, сабыр ғына көткән, фекерҙәрен төйнәп ҡуйған.
Һарт-Лабау ҙа бәләкәй ауыл түгел, 150-ләп йорт бар. Бында ла элегерәк һәр өйҙә байтаҡ баҫмаға яҙылғандар. "Әле лә гәзит-журнал күреү менән ҡыуанып ҡулыбыҙға алабыҙ. Почтальонды хатта ҡапҡа төбөнә сығып көтәбеҙ. Әммә матбуғат баҫмалары ваҡытында таратылмай йә бөтөнләй юғалған саҡтары ла була. Шуға ла күңел һүрелә, аҡсаңды түләп тә уҡый алмағас, яҙылыуҙың ҡыҙығы юҡ", — тип улар ҙа бер тауыштан дәғүә белдерҙе.
Үҙебеҙҙә почтальон булғанда, эшенән ҡәнәғәт тә инек, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу еле бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына ла ризалашып эшләп йөрөгән Һарт-Лабау почтальонына ла ҡағылған. Хәҙер Меңйетәр почта бүлексәһенә ҡараған өс ауылды бер генә кеше хеҙмәтләндерә. Был яуаплы ла, ауыр ҙа йөк Лүзә Мирғәлиева иңендә. Һарт-Лабауға ла, Үктәйгә лә гәзит-журналды йәйәүләп тарата.
Райондың почта начальнигы Ильяс Аҡбашев халыҡтың дәғүәһен ҡабул итте. "Талаптарығыҙ урынлы, борсолоуҙарығыҙ ҙа аңлашыла", — тиһә лә, әлегә өмөтләндерерҙәй, күңелдәрен йылытырҙай һүҙ ишеттермәне. Районда 83 почта бүлексәһе бар, әммә киләсәктә уларҙың һаны аҙайыуы ихтимал икән.
— Хеҙмәт хаҡы түбән булғас, эшкә килергә теләүселәр юҡ. Хатта Иглиндәге 12 почта бүлексәһенең икәүһендә хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Транспорт та яңыртыуҙы көтә, ул ватылған осраҡта, баҫмалар һуңлатып алып барыла. Барлыҡ өмөт — почта тураһында көҙ ҡабул ителәсәк яңы законда. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышабыҙ, әммә беҙгә бәйле булмаған мәсьәләләр ҙә байтаҡ, — тине урындағы почта етәксеһе.
Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғатты таратыу бүлеге етәксеһе Елена Дробышевская:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә ошондай дәғүәләрҙе йыш ишетергә тура килә. Әлбиттә, хәлде яҡшыртырға тырышабыҙ. Почтальондарҙың эш хаҡы аҙ булыуы хеҙмәтләндереү сифатында ла сағылыш таба. Яңы закон барлыҡ киҫкен мәсьәләләрҙе көйләргә ярҙам итер тип көтәбеҙ, — тип аҙ ғына булһа ла ышаныс өҫтәне.
Дөйөм алғанда, Иглин районы халҡы матбуғатҡа яҙыла һәм уҡый — бер мең кешегә 600 самаһы баҫма, йәғни һәр ғаиләгә 1-2 гәзит-журнал тура килә. Әлеге осрашыуҙарҙа ла байтаҡ кеше икенсе ярты йыллыҡ өсөн яҙылды. Ҡайһы берәүҙәр хатта биш-алты баҫма алдырасаҡ. Меңйетәр ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһам Имаевтың: "Ауыл магазиндарында абонемент йәшниге ҡуйғанда, почтальонға ла, халыҡҡа ла ҡулай булыр ине", — тигән тәҡдиме лә ҡыҙыҡлы ғына.
Шуныһы үкенесле: өс ауылда ла "Башҡортостан" гәзитен яҙҙырып уҡыған ғаиләләр юҡ. Баҫма китапханаға, клубҡа һәм ауыл хакимиәтенә генә килә. Ә 20 дана "Башҡортостан"-Йома" халыҡты социаль яҡлау бүлеге аша аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә таратыла. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылырға вәғәҙә иттеләр-итеүен. Быға ышанғы килә, әлбиттә. Илһам Фаил улының матбуғатты таратыу буйынса сараны үҙҙәренең ауыл биләмәһендә ойоштороуы хуплауға лайыҡ, һәм һөҙөмтәһе лә булыр, моғайын.
Хәйер, "Башҡортостан" гәзите тотош районда ла ни бары 52 дана ғына тарала. Иглиндәрҙең республиканың төп баҫмаларының береһенә мөнәсәбәте, үкенескә ҡаршы, әлегә бына шулайыраҡ.


Вернуться назад