Ысын ир-егеттәр хеҙмәте30.04.2013
Тыныс тормош шарттарында ла һәр саҡ көсөргәнешлеккә, көтөлмәгән һынауҙарға даими әҙер булыуҙы талап иткән һөнәрҙәр бихисап. Шуларҙың береһе — янғын һүндереүселәр хеҙмәте.

Беҙҙең ҡалалағы 135 мең кешенең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы 37-се янғын һүндереү часына йөкмәтелгән. Ул Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Бөрө ҡалаһында урынлашҡан 26-сы отрядына ҡарай. Коллектив 42 кешенән тора, турана-тура “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы сараларға туғыҙар хеҙмәткәрҙән торған дүрт ҡарауыл даими йәлеп ителә, йәғни улар сиратлап тәүлек буйына дежурҙа тора. Бынан тыш, ҡаланың сәнәғәт предприятиеларын янғындан һаҡлау эшен биш муниципаль янғын һүндереү часы башҡара. Әйтергә кәрәк, ҡайҙалыр ут сыҡҡан осраҡта, был үҙенсәлекле хеҙмәт эйәләре, бер-береһенә һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырмай, тулы әҙерлек менән шунда уҡ янғын урынына ашыға.
— Беҙҙең төп бурыс – янғын һүндереү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыу, — тип һөйләй часть етәксеһе, эске хеҙмәт подполковнигы Илдар Ғибаев. — Бар хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ эшен белеп башҡара. Ҡарауыл башлығы эске хеҙмәт капитаны Рузалин Шакиров, ҡарауыл башлығы ярҙамсыһы эске хеҙмәт өлкән прапорщигы Денис Ғәбиҙуллин, диспетчер-радиотелеграфист Резида Ғәниевалар маҡтауға лайыҡ.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, — тип дауам итә Илдар Эрик улы, — күп нәмә беҙҙән генә тормай шул. Мәҫәлән, ни тиклем һөйләнелһә лә, күп янғындарҙың сәбәбе бер: ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Янғын сығарыусылар ғәҙәттә иҫерек була. Ҡалала былтыр 73 янғын теркәлгән булһа, быйылғы дүрт айҙа — 30-ға яҡын. Йылдың-йылы күп ҡатлы йорт фатирҙарында янғын йышыраҡ сыға, шәхси торлаҡҡа, улар янындағы ҡаралтыларға ут ҡаба. Машина һәм баҡса өйҙәре яныу ҙа аҙ түгел. Иң көйөнөслөһө шул: янғындарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Бындай хәлде булдырмау маҡсатында ҡалала йыл һайын “Торлаҡ” профилактик оперцияһы үткәрелә.
— Үҙебеҙгә алмаш тураһында ла онотмайбыҙ,— ти учреждение етәксеһе. — Беҙгә экскурсияға килгән балаларҙы, уҡыусыларҙы бик теләп ҡаршылайбыҙ, уларға янғын һүндереүселәрҙең эше тураһында ентекләп һөйләйбеҙ, булған техниканы, төрлө ҡулланмаларҙы күрһәтәбеҙ, нисек янғын һүндереүсе булырға икәнен аңлатабыҙ.


Вернуться назад