Китап — иң яҡшы бүләк30.04.2013
Республикабыҙҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысында ойошторолған “Балаларға китап бүләк итәйек” акцияһы әүҙем дауам итә.
Алты ҡала халҡы тарафынан йыйылған китаптар ауыл, дауахана, приют һәм балалар йорттары китапханаларына оҙатыла. Кисә Ауырғазы районының балалар йортона ла тәүге ылау килде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Мифтахов һәм уның фекерҙәштәре балалар менән аралашҡандан һуң уларға төрлө ҡыҙыҡлы китаптар бүләк итте.
— Бөгөн балаларҙы китапхананан алдаштырып та сығарып булмай, — ти ҙур ҡәнәғәтлек менән балалар йорто директорының уҡыу-тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Роза Вәлиева. — Матур биҙәлешле, мауыҡтырғыс йөкмәткеле китаптарҙы һәр кем ҡулына алырға, тиҙерәк уҡып сығырға теләй. Беҙҙең китапханабыҙ бай ғына булһа ла, уның фонды йылдан-йыл иҫкерә бит, байытып, тулыландырып торһаң, уҡыусылар ҙа арта.