Ҡыҫҡаса30.04.2013
***
Дәүләт Думаһы депутаттары Владимир Путиндан Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановты эшенән алыуҙы талап итә. Улар етәксенең эшенән ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, һәм ул артабан был вазифала ҡалырға тейеш түгел тип бара.

***
Лондонда Рәсәйҙең 400 мең самаһы кешеһе йәшәй, шул иҫәптән 100 мең самаһы үтә байҙарҙан иҫәпләнә. Улар иң ҡыйбатлы йорттарҙа көн итә. Мәҫәлән, Р. Абрамовичтыҡы 150 миллион долларға баһалана, уның күршеһе Л. Бловатниктыҡы – 75, ә А. Усмановтыҡы – 96 миллион доллар.

***
Ҡытайҙа ҡош киҙеүенән 20 кеше үлгән.

***
Былтыр эске эштәр органдарының 1163 хеҙмәткәре вазифаһынан алынған.

***
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы Хөкүмәткә “һөҙөмтәһеҙ” вуздарҙы ҡыҫҡартыу программаһын тәҡдим итте. Исемлеккә 30 юғары уҡыу йорто индерелгән.

***
Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте көнө булды.

***
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 74,2 мең кеше онкология буйынса иҫәптә тора.

***
25 – 28 апрелдә З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге буйлап яҙғы күсмә сауҙа үткәрҙе. Күргәҙмә-сауҙа 25 апрелдә – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы баҙарында, 26-һында – мәҙәниәт һарайында, 27-һендә Баймаҡ районының “Баймаҡ” сауҙа комплексында, 28-ендә ҡаланың үҙәк баҙарында ойошторолдо.

***
Өфөлә “НефтьХимРесурс” фирмаһы йыл ярым буйы “АИ-80”, “АИ-92” маркалары менән ялған бензин һатҡан.

***
Иглин районының мәҙәниәт һарайында матбуғатҡа яҙылыусылар көнө булды. Сарала “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Комсомольская правда”, “Жизнь”, “Иглинские вести” гәзиттәренән вәкилдәр ҡатнашты. Яҙылыусыларға “Рәсәй почтаһы” предприятиеһы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.


Вернуться назад