Йылмайып-көлөп кенә30.04.2013
* * *
– Ниһайәт, үҙемә ниндәй машина кәрәклегенә төшөндөм. Миңә инкассаторҙарҙыҡы кәрәк!

* * *
Сит илдә кешеләр, авариянан ҡурҡып, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерһә, беҙҙә — инспекторҙан ҡурҡып ҡына.

* * *
Үҙемә ҡыҙыҡ ҡына һығымта яһаным: иртән үҙең менән кирбес алып, шуны водителдәргә күрһәтеп йөрөһәң, улар күләүектәрҙе лә урап үтә, йәйәүлеләр үткәүелендә лә юл бирә икән.

* * *
– "ОКА" нисә секундта тиҙлеген сәғәтенә йөҙ километрға еткерә ала?
– Алғы бамперы ниндәй машинаға эләгеүенә ҡарап инде...

* * *
– Рулдә минең ҡатын йәшен кеүек!
– Ниңә, шулай шәп йөрөймө әллә?
– Юҡ, гел ағастарға бәрелә.

* * *
– Ә һеҙҙең машинаның ултырғыстары йылытыламы?
– Эйе, ҙур тиҙлек менән барһаң, ҡайһы саҡ үҙенән-үҙе йылына башлай.

* * *
Ҡыҙыҡай водитель таныҡлығына имтихан тапшырып ҡайтып инә. Йөҙө ҡыҙарған, ниңәлер бик бойоҡ күренә.
Атаһы:
– Шунан, уңыштар нисек?
– Һорама ла, тәүге боролошта уҡ йөк машинаһына бәрелдем...
– Тимәк, имтиханды бирә алманың инде?
– Белмәйем, аварияла инструктор үлеп ҡуйҙы шул...


Вернуться назад