Иң йәмһеҙ автомобиль30.04.2013
Иң йәмһеҙ автомобильАмерикала иң йәмһеҙ автомобилдәр асыҡланған. Был исемлеккә байтаҡ ҡына машина ингән, араларында хаҡы миллиондарса һум менән иҫәпләнгәндәре лә етерлек.

Беренсе урынды яңыраҡ ҡына Женевалағы автосалонда күрһәтелгән Lamborgini Veneno суперкары "яулаған". Ни бары өс бөртөк кенә булыуына ҡарамаҫтан, журналистар был машинаны Италияла фашизмдан ҡала иң ҡурҡыныс күренеш тип атауҙан тартынмаған. Иң йәмһеҙҙәр араһында шулай уҡ "ҡалын кеҫәлеләр" үҙ итеп өлгөргән BMW X6, Toyota Prius, Porshe Panamera, Nissan Juke ла бар. Тик бына ниңәлер беҙҙекеләр генә юҡ.


Вернуться назад