Йөҙ саҡрымға – ни бары 0,06 литр!30.04.2013
Йөҙ саҡрымға – ни бары 0,06 литр!Канадала яғыулыҡты үтә лә аҙ сарыф итеүсе автомобиль уйлап табылған. Уны кемдәр уйлап сығарған тиһегеҙме? Баҡтиһәң, ябай студенттар икән! Был мөғжизә АҠШ-тың Хьюстон ҡалаһында үткән конкурста күрһәтелгән. Ул йөҙ саҡрымға ни бары 0,065 литр бензин "ашай" икән.

Шуныһы – был машина тик бер урынлы ғына. Ҡеүәте лә әллә ни ҙур түгел: 3,5 ат көсө тәшкил иткән үлән ҡырҡыуыстың двигателенән хәрәкәткә килә. Конкурс шарттары буйынса автомобилдәргә яҡынса сәғәтенә 34 саҡрым тиҙлек менән 9 километрҙан ашыу араны үтергә кәрәк булған. Һуңынан хөкөмсөләр сарыф ителгән яғыулыҡ күләмен иҫәпләп сығарған. Канада студенттарының машинаһы яғыулыҡҡа иң һаҡсылы булып танылған. Икенсе урынды алғаны ла йөҙ саҡрымға ни бары 0,1 литр яғыулыҡ тотона икән.
Бүләккә был студенттарға 2 мең һум доллар тапшырылған. Был аҡса уларға ошо автомобилдәрендә яҡынса 322 мең саҡрым юл үтергә етәсәк.


Вернуться назад