Упҡынға илткән юлдар30.04.2013
Миллиондарса һум сарыф ителһә лә, Рәсәйҙә автомобиль ҡорбандары кәмемәй

Һуңғы ике йылда Рәсәйҙә автомобиль авариялары йәнә арта башланы. Был күренеш юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн көрәштең ни өсөн һөҙөмтәһеҙ булыуының төп сәбәптәрен эҙләргә мәжбүр итә.

Һандар, ысынлап та, һис кенә ҡыуандырмай. Былтыр Рәсәй юлдарында 203 597 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был 2011 йыл менән сағыштырғанда 1,9 процентҡа күберәк. Юлдағы аварияларҙа 27 953 кешенең ғүмере өҙөлгән (2011 йыл күрһәткесе менән бер тиерлек), 258 618 кеше төрлө йәрәхәт алған (2,7 процентҡа артҡан).
Юл фажиғәләренең төп сәбәбе нимәлә? Ғәҙәттә, протоколда бер генә сәбәп күрһәтелә: "водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәгән" (вариант булараҡ, "водитель автомобилгә идара итеү мөмкинлеген юғалтҡан"). Һандар ҙа ошо турала һөйләй: баҡһаң, бөтә аварияларҙың 87,2 проценты уларҙың ғәйебе менән яһалған. Әммә ниңәлер аварияға эләгеүсенең йәше, рулдә күпме йөрөүе, аварияның үҙенсәлектәре тураһында бер кем дә фекер йөрөтмәй. Ә былар үтә лә мөһим мәғлүмәт бит!
Һуңғы йылдарҙа иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы авариялар һаны үҙгәрмәй тиерлек: яҡынса – 7-8 процент. Әммә бында ла әтнәкәһе етәһе. Мәҫәлән, "иҫерек водителдәр ҡатнашлығында" тигән билдәләмә айырыуса уйланырға мәжбүр итә. Тимәк, аварияла айныҡ водитель ғәйепле булһа ла, икенсе яҡта иҫерек икән, ул "иҫерек водитель ҡатнашлығындағы ваҡиға" булараҡ теркәлә. Әйткәндәй, бындай юл һәләкәттәре һаны төрлө төбәктә төрлөсә: мәҫәлән, Санкт-Петербургта ул 1,2 процент булһа, Архангель өлкәһендә 14,9 процентҡа барып етә. Ошонан ғына тәүге ҡалала айныҡтар күберәк булыуын, ә икенсеһендә иртәнән кискә ҡәҙәр иҫерткес эсемлектәр менән мауығыуҙарын раҫларға буламы ни?
Бына тағы бер етди һан: һәр дүртенсе авария насар сифатлы юлға бәйле. Былтыр ошо сәбәптән 42,8 мең (+1,1%) фажиғә теркәлгән, унда 6 950 кеше (+1,8%) һәләк булған һәм 54,5 мең кеше (+2,3%) йәрәхәт алған. Йәғни, иҫерек водителдәрҙең ҡорбандарынан өс тапҡырға күберәк! Ошоға ҡарамаҫтан, депутаттар үҙ яуаплылығына битараф булған юлсыларға һәм урамдарҙы яҡтыртыуға бүленгән аҡсаны "үҙләштереүселәргә" енәйәт язаһы индереү тураһында уйланмай әле.
Шулай итеп, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү идаралығының сайтындағы мәғлүмәттәрҙән генә авариялар артыуының сәбәбен һис тә төшөнөп булмаясаҡ. Әммә төп ғәйеп автомобиль һанының артыуында, тип уйлаусылар хаталана. Мәҫәлән, Европала автомобиль һаны беҙҙән байтаҡҡа күберәк булһа ла, һуңғы һигеҙ йылда юлда үлем һаны 40 процентҡа кәмегән, беҙҙә ни бары 19 процентҡа ғына. Шул уҡ ваҡытта насар сифатлы юл арҡаһындағы һәләкәт һаны туҡтауһыҙ арта. Әммә бөгөн "таяҡтың башы" һаман да иҫерек килеш рулгә ултырғандарға төбәлгән.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: былтыр юл хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән биш йыллыҡ маҡсатлы федераль программаға йомғаҡ яһалды. Уға ярашлы, йәмғеһе 48 миллиард һум аҡса үҙләштерелгән. Был программа юлдағы ҡорбандар һанын йылына 23 мең кешегә тиклем кәметергә ярҙам итергә тейеш ине, әммә килеп сыҡманы – улар һаны биш мең кешегә күберәк булып сыҡты. Хәҙер ни өсөн бындай сараларҙың да юлдың хәүефһеҙлеген арттырыуға ярҙам итмәүен асыҡларға ҡала. Ысынлап та, ни өсөн Европала мең аварияға һәләк булған 26 кеше теркәлһә, беҙҙә 137-гә барып етә?
Хөкүмәт был программаны 2020 йылға тиклем оҙайтты ла инде, уға тағы ла өҫтәмә рәүештә 100 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Әммә был саралар Рәсәй юлдарында аварияларҙың һәм ҡорбандарҙың кәмеүенә килтерерме икән?


Вернуться назад