Хоҡуҡ бар, файҙаланырға өйрәнәйек27.04.2013
Әле Рәсәйҙә 12,8 миллион инвалид иҫәпләнә. Шуның 2,57 миллионы эшкә һәләтле йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ни бары 817,2 меңе генә ни менәндер мәшғүл.

— Бындай хәл беҙҙе ҡәнәғәтләндерә алмай. Йәмғиәттең дә, эш биреүселәрҙең дә уларға ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк, — тип белдерҙе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Блинова Өфөләге Конгресс-холда үткән кәңәшмәлә.
Бындай ҙур хеҙмәт ресурсын файҙалы эшкә йәлеп итеү менән бергә илдә инвалидлыҡ кимәлен кәметеү буйынса тейешле саралар күреүҙең мөһимлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе. “Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында”ғы һәм “Дәүләт социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында”ғы указдарҙың үтәлеше ҡаралған кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Волга буйы федераль округы төбәктәренең башҡарма власть органдары етәкселәре лә ҡатнашты.
Эш биреүселәрҙең инвалидтарҙы уңайлы шарттар тыуҙырылған хеҙмәт урындары менән тәьмин итеүе өсөн норматив-хоҡуҡи нигеҙ булыуына ҡарамаҫтан, әлегә бөтә мөмкинлектәр ҙә файҙаланылмай. 2013—2015 йылдарҙа инвалидтар өсөн йыл һайын 14,2 мең махсус эш урыны булдырыласаҡ. Быйыл ошо маҡсатҡа төбәктәргә 792,5 миллион һум күләмендә субсидия бүленеүе көтөлә.
Әлеге ваҡытта илдә ни бары 680 мең эш урынына квота ҡаралған, был — эшкә һәләтле инвалидтар һанынан дүрт тапҡырға кәм тигән һүҙ. Оҙаҡламай Дәүләт Думаһында эшсе һаны 35-тән 100-гә тиклем тәшкил иткән ойошмаларға инвалидтарҙы урынлаштырыу өсөн квота булдырыу хоҡуғы биреүсе федераль закон проекты ҡараласаҡ. Төбәктәрҙең төп бурысы — бер яҡтан, эш биреүсегә зыян килтермәү, икенсе яҡтан, инвалидтар өсөн мөмкин тиклем күберәк хеҙмәт урыны булдырыу. Был мөһим проблеманың етәкселәрҙән һығылмалылыҡ та, фиҙакәрлек тә талап итәсәге көн кеүек асыҡ.


Вернуться назад