Путин Путин булып ҡала27.04.2013
“Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сираттағы тура бәйләнеше һеҙҙә ниндәй фекер тыуҙырҙы?” тигән һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.
Альберт МИФТАХОВ, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе:
— Минеңсә, был юлы һорауҙар, башҡа йылдағылары менән сағыштырғанда, күпкә үткерерәк булды. Владимир Путиндың уларға аныҡ һәм дөрөҫ яуап биреүе уның илдәге хәлде белеүе, үҙ иңендә социаль яуаплылыҡ тойоуы һәм, иң мөһиме, проблемаларҙы хәл итергә әҙерлеге тураһында һөйләй. Һорауҙар бик күп булды, һәм улар төрлө өлкәнән ине. Иң мөһиме — Владимир Владимирович бер ниндәй шарттарҙа ла социаль аспектты сәйәсәттән дә, иҡтисадтан да алып ташлауға юл ҡуймаясаҡ. Минең фекеремсә, Президент булараҡ ул хаҡлы.
Илфир ҠУНАҠБАЕВ, полиция хеҙмәткәре:
— Был юлы үтә лә үткер һорауҙар күп ине. Уларға яуап биреп, Владимир Путин үҙенең ысын мәғәнәһендә шәп сәйәсмән икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы. Халыҡ та ҡыйыу: Березовский, Чубайс, “Оборонсервис”, Хөкүмәт темаларына бәйле һәм башҡа бик ҡырҡыу мәсьәләләр буйынса һорау бирә, яуап талап итә. Минең өсөн бик ҡыҙыҡлы тапшырыу булды.
Динә МӨХӘМӘТЙӘРОВА, хужабикә:
— Нисәнсе мәртәбә үткәрелһә лә, юғары етәкселек менән тура бәйләнеш бер ҙә ялҡытмай. Һәм, минеңсә, уны йылдан-йыл күберәк кеше ҡарай. Владимир Путин менән ойошторолған “тура эфир”, ғөмүмән, ҡыҙыҡ үтә. Ни өсөн тигәндә, ул шаярта ла белә, аҙаҡ “ҡанатлы” һүҙҙәргә әйләнеп, халыҡ араһында йөрөрлөк яуаптар ҙа әйтеп ысҡындыра. Был юлы ла Путин Путин булып ҡалды, уның был тура бәйләнеше хаҡында йәмәғәтселектә оҙаҡ ваҡыт фекер алышыу булыр әле.
Эрнст ИСЛАМОВ, уҡытыусы:
— Юғары вазифа биләгән етәкселәрҙең халыҡ менән тура эфирҙа аралашыуы тураһында кеше араһында төрлө фекер йәшәй. Әлбиттә, ҡаршылар ҙа осрай. Йәнәһе, ул яуап бирерҙәй һорауҙарҙы алдан һайлап ала һәм башҡалар. Был ысынлап шулай булған хәлдә лә, барыбер бик үткер һәм мөһим һорауҙар яңғырай. Мин Путиндың илдә үлем язаһын ҡайтарыу-ҡайтармау мәсьәләһе буйынса фекере менән килешмәнем. Үтә ҙур енәйәт ҡылған, күп кешенең ғүмерен ҡыйған енәйәтсегә ҡарата булһа ла, язаның был төрө ҡулланылырға тейештер, тип иҫәпләйем.
Илүзә ӘҮӘЛБАЕВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре:
— Мине шуныһы шатландыра: Президент менән тура бәйләнеш үткәс тә эфирҙа яңғыраған һорауҙар буйынса эш башлана. Был юлы ла аралашыу бөтөп тә өлгөрмәне, Санкт-Петербургтағы идара итеүсе компанияға ҡарата енәйәт эше асылды. Һәм, иғтибар итһәгеҙ, Президенттың ҡайһы бер яуаптары указ йәки закон булып та тормошҡа аша. Шуға күрә, һис шикһеҙ, был халыҡ өсөн файҙалы. Уны артабан да дауам итеү кәрәк.