Көндәлектә — Президент имзаһы!20.12.2011
Көндәлектә — Президент имзаһы!17 декабрҙә “Комсомольская правда” гәзите республика уҡыусылары араһында иң өлгөлө көндәлек хужаларын билдәләне. Бындай ҙур баһаға лайыҡ булған балаларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу бәхете тейҙе.
Конкурста ҡатнашыу өсөн редакцияға көндәлектең уҡытыусы имзаһы менән раҫланған күсермәһен ебәрергә кәрәк ине. Үҙен һынап ҡарарға теләүселәрҙең һаны 1200-гә еткән. Улар араһынан 30 баланы һайлап алыу, әлбиттә, бик еңелдән булмағандыр.
— Еңеүселәр иҫәбендә беҙҙән өс уҡыусы бар, — тине Баймаҡ районының Түбәнге Таһир мәктәбе директоры урынбаҫары Таңһылыу Мазһарова. — Балаларҙың көндәлектәрен таҙа тотоуында, тырышып белем алыуында үҙебеҙҙә йыл да ойошторолған “Йыл класы”, “Иң күп “бишле” алыусы” конкурстарының да роле ҙур.
Осрашыу башында Рөстәм Зәки улы балаларға үҙ имзаһы ҡуйылған көндәлектәрҙе таратып бирҙе, уларҙы ҙур еңеүе менән ҡотланы. Артабан республика етәксеһе йәш быуындың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе. Заман балаларының ҡыҙыҡһынмаған өлкәһе юҡ: белем биреүҙәге яңылыҡтарҙан алып сәйәсәткә ҡәҙәр барып еттеләр. Башланғыс класс уҡыусылары “нисек Президент булырға?”, “илгә етәкселек итеү ауырмы?” кеүек һорауҙарға яуап алырға, төбәк башлығының мәктәптә нисек уҡығанлығы, дәрес ҡалдырғанмы-юҡмы икәнлеге хаҡында белергә ашҡынды. Рөстәм Зәки улы ҙур вазифа биләр өсөн тырышып белем алыу, әүҙем, яуаплы булыуҙың мөһимлеген аңлатты.
Уҡыу алдынғылары араһында спорт һөйөүселәр ҙә күп ине. Уларҙың төрлө һорауҙарына яуап итеп, Президент яҡын араларҙа республикала һәм баш ҡалала бер нисә спорт ҡоролмаһы барлыҡҡа киләсәге, мәктәптәрҙең спорт залдарын йыһазландырыу буйынса ныҡлы эш алып барылыуы хаҡында белдерҙе. “Ә Һеҙ ниндәй спорт төрөн үҙ итәһегеҙ?” — тип ҡыҙыҡһынды Ҡырмыҫҡалы районынан Азалия Кучаева. Рөстәм Зәки улы бала сағында гимнастика менән шөғөлләнеүе, футбол, хоккей уйнауы, һуңғы 15 йылда иһә тау саңғыһы спортынан айырылмауы тураһында һөйләне.
Өлкән класс уҡыусылары туризм өлкәһе, сит илдә белем алыу, уҡыу барышында предприятиеларҙа практика үтеү хаҡындағы һорауҙарына ентекле яуап алды. Йәнле һөйләшеүҙән һуң республика етәксеһе уҡыу алдынғыларына тағы ла бер бүләк яһаны — уларҙы Президент шыршыһы байрамына саҡырҙы.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад