Совет районы — Өфөнөң сәнәғәт, мәҙәниәт, мәғариф һәм спорт үҙәктәренең береһе. Бында ҡырҡтан ашыу ҙур һәм уртаса предприятие, 12 500 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. "Гидравлика" агрегат предприятиеһы, "Геоспейс Технолоджис Евразия", "СНЭМА-сервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "УЗЭМИК" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Магнетрон" микроэлектроника заводы, Өфө тепловоздар ремонтлау заводы, "Геофизика" фәнни-етештереү фирмаһы, "Нефтеавтоматика" һәм башҡалар республикала киң билдәле. Район юбилейҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Район хакимиәте башлығы Салауат Ахун улы БӘХТИӘРОВҠА ошо хаҡта һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.
— Беҙҙең район ҡаланың ҡап уртаһында урынлашыуы арҡаһында һәр кемдең иғтибар үҙәгендә. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, — тип башланы һүҙен Салауат Ахун улы. — Башҡортостандың бөтә полиграфия базаһы һәм матбуғаты тиерлек — "Башҡортостан", "Белая река", Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәттәре, Өфө полиграфия комбинаты, гәзит һәм журнал редакциялары — ошонда урынлашҡан. Районыбыҙҙа иҡтисадҡа, социаль өлкәгә ҡараған ҙур һәм уртаса предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һаны 46,6 мең, эшҡыуарлыҡ ойошмаларын иҫәпкә алғанда, 110 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.
Иҡтисади эшмәкәрлектең барлыҡ төрө буйынса былтыр предприятиеларҙа аҡса әйләнеше 50 миллиард һумдан артып киткән, сәнәғәт предприятиелары 8,2
миллиард һумлыҡ продукция сығарған, сәнәғәт етештереүе индексы — 115,4 процент (Өфө буйынса икенсе урын). Совет районында зыянға эшләүсе предприятиелар күрһәткесе иң түбәне. Беҙҙә торлаҡ, социаль-мәҙәни, йәшәйеште тәьмин итеү объекттарын төҙөүгә өҫтөнлөк бирелә. Былтыр күп фатирлы һигеҙ торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды. Көҙ Михаил Нестеров исемендәге сквер асылды. Иван Якутов исемендәге ҡала паркында реконструкция башланды. Иҫке торлаҡты һүтеү эше дауам итә. 94-се, 96-сы лицейҙарҙа, 7-се, 108-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә универсаль спорт майҙансыҡтары асылды. Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа (Йәштәр һарайы аръяғында) йөҙөү бассейны төҙөлә. 2007 йылда һалынған "Өфө-Арена"ла 16,5 мең квадрат метрлыҡ икенсе сират сафҡа индерелде. Унда яһалма боҙ түшәлгән һырғалаҡ, 650 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, универсаль уйын залы, ике ҡатлы асыҡ автотуҡталҡа урынлашҡан. Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе урындар менән тәьмин итеү маҡсатында Баҡалы урамында 105-се "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы асылды.
Былтыр районда 15 торлаҡ йортҡа 121 миллион һумлыҡ капиталь ремонт үткәрелде. Уларҙың ҡыйығы, фасады, йылылыҡ, электр, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөкләндерелде, лифттар алмаштырылды, иҫәпләү приборҙары ҡуйылды. Өфөнөң Берҙәм капиталь ремонт фондына берләшкән милекселәрҙең
аҡсаһы иҫәбенә 90 торлаҡ йортҡа 132,9 миллион һумлыҡ капиталь ремонт яһалды.
— Ҡала урамдарын йәшелләндереү ҙә һөҙөмтәле алып барыла...
— Ысынлап та шулай. Былтыр көҙ күпләп ағас, ҡыуаҡ ултыртылды, ҡарт ағастар киҫелде. Газондарҙы тәртипкә килтереү өсөн 1600 кубометрҙан ашыу ҡара тупраҡ килтерелде. Һуңғы ике йылда 12 урам киңәйтелде. Степан Злобин урамында автомобиль юлы һалыу тамамланып килә. Ул Сәғит Агиш һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамдарын тоташтырасаҡ.
— Ҡала ҡаҙнаһын тулыландырыуға ла район һиҙелерлек өлөш индерә.
— Өфө ҡалаһы бюджетын тулыландырған тармаҡтар араһында сауҙа өсөнсө урынды биләй. Совет районында һуңғы биш йылда ҡулланыу баҙары предприятиелары 220 объектҡа артып, 1 565-кә етте. 1000 кешегә иҫәпләгәндә, сауҙа майҙаны менән тәьмин ителеү күрһәткесе 1 474 квадрат метрға етте. (Өфө буйынса — 1010,6 квадрат метр). Беҙҙә 188 селтәр предприятиеһы, 66 компания, эконом класлы 30 универсам эшләй, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһе үҫеш кисерә. Башҡарылған хеҙмәттәр һәм предприятиелар күләме буйынса район Өфөлә икенсе урында. Тармаҡта меңдән ашыу хеҙмәт төрө күрһәткән 279 предприятие иҫәпләнә. Район бөҙрәханалары бер нисә йыл рәттән ҡала, республика һәм Рәсәй кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ конкурстарында призлы урындар яулай.
Ҡалабыҙҙағы ете райондың береһе булған Совет районында халыҡ бик тығыҙ урынлашҡан: һәр квадрат километрға бында 11 мең самаһы кеше тура килә. Халыҡ һаны — 173 меңдән ашыу. 2000 йылдан сабыйҙарҙың артыуы күҙәтелә. Былтыр 2067 бала донъяға килде, йәғни 2011 йылғы кимәл менән сағыштырғанда 3,8 процентҡа күберәк. Ошо уҡ осорҙа үлем күрһәткесе 8,4 процентҡа кәмене.
— Йәш быуынды тәрбиәләү, белем биреү йәһәтенән ниндәй эш башҡарыла?
— 17 урта һәм сменалы дөйөм белем биреү мәктәбендә — 13 225 уҡыусы, мәктәпкәсә учреждениеларҙа 8 меңдән ашыу бала белем ала. Өҫтәмә белем биреү йорттарында ("Глобус" балалар ижады үҙәгендә, "Татыу" балалар ижады йортонда, Йәш техниктар станцияһында, Балалар экология-биология үҙәгендә) 5 300-гә яҡын үҫмер шөғөлләнә. Беҙҙә педагогик кадрҙар бик көслө. Былтыр 107-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Лимма Сержанина (әле — 110-сы урта мәктәп директоры) "Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңде, "Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы" конкурсында юғары баһа алды; быйыл 115-се гимназияның урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова Башҡортостандың иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, республиканың йыл уҡытыусыһы булып танылды. 96-сы лицейҙағы башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Ғәниева менән 94-се лицейҙағы тарих уҡытыусыһы Игорь Машков — төрлө йылдарҙағы "Йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы лауреаттары. 7-се урта мәктәптең химия уҡытыусыһы Зинаида Шәмсетдинова 2011 йылда "Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңеүгә өлгәште, республика конкурсында лауреат булды. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең дә еңеүҙәре шатландыра. 251-се балалар баҡсаһынан Юлия Ноздрина 2010 йылда "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл тәрбиәсеһе" конкурсында еңеүгә өлгәште. Былтыр 239-сы балалар баҡсаһы коллективы "Иң яҡшы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы" конкурсында алдынғы тип танылды. 240-сы балалар баҡсаһы — баланы үҫтереү үҙәге мөдире Лариса Саттарова 2012 йылда Башҡортостандағы мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһының иң яҡшы етәксеһе тип баһаланды. Йәш техниктар станцияһы 2010 йылда республикала еңеү яуланы. "Глобус" балалар ижады үҙәге директоры Ольга Ивашкова быйыл "Баш ҡалалағы өҫтәмә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы директоры" конкурсында алдынғылыҡты бирмәне.
— Сәләмәтлек хаҡында йыш һөйләйбеҙ. Был юҫыҡта хәл ҡәнәғәтләнерлекме?
— Туғыҙ муниципаль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, шул иҫәптән стационар, алты поликлиника халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтә. Уларҙың базаһында тағы ла ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһы, ҡала сурдология үҙәге, травматология пункты, ике стоматология клиникаһы эшләй. Бынан тыш, район биләмәһендә ҡала һәм республика халҡына медицина ярҙамы күрһәткән Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансеры, Республика стоматология поликлиникаһы, СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге, 4-се Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһы урынлашҡан. Алты дауалау-профилактика учреждениеһы Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу базаһы сифатында хеҙмәт күрһәтә. Уларҙа ике меңдән ашыу белгес эшләй.
Дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһы үҫә, камиллаша. 5-се ҡала клиник дауаханаһының стационарына һәм төп корпусына, инсульт кисергән пациенттарҙы нейрореабилитациялау бүлегенә капиталь ремонт үткәрелде. 48-се, 50-се поликлиникалар нигеҙендә муниципаль-ара онкология үҙәктәре асылды. Был хәл яман шеште ваҡытында диагностикалау, дауалау мөмкинлеген бирә. Бер нисә ай элек капиталь ремонттан һуң Октябрь проспектындағы 33-сө поликлиника филиалы асылды. 8-се стоматология поликлиникаһында алдынғы методика ғәмәлгә индерелде, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһында йәш пациенттарға табип-ортодонт квалификациялы ярҙам күрһәтә.
— Өлкән йәштәгеләр тураһында ниндәй хәстәрлек күрелә?
— Районда оло йәштәге 45 меңгә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың 500-ҙән ашыуы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Күбеһе йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе, Өфө тепловоздар ремонтлау заводы, УЗЭМИК, Башҡортостандың Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө полиграфия комбинаты һәм башҡа предприятиеларҙағы тәүге ветеран ойошмалары әүҙем эшмәкәрлек алып бара. 2010 йылда Өлкәндәр өсөн халыҡ университетында ветерандар уҡытыла башланы. Улар өсөн "Башҡортостан Республикаһында эске һәм күсмә туризмды үҫтереү" айырым маҡсатлы программаһы эшләй. Райондың ветерандар советы аҙ тәьмин ителгән һәм оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә социаль ярҙам күрһәтә, хакимиәт менән берлектә уларҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итә.
— Һуңғы ваҡытта рухи байлыҡ тураһында йыш һөйләйбеҙ. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә лә был хаҡта әйтелә. Район халҡының мәҙәни тормошо хаҡында ни әйтер инегеҙ?
— Йыл һайын Совет районында 280-гә яҡын күмәк мәҙәни сара үткәрелә, уларҙа 120 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. 4-се, 8-се балалар музыка мәктәптәре, А.Э. Тюлькин исемендәге 2-се балалар художество мәктәбе, һигеҙ китапхана, Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайы, УЗЭМИК-тың мәҙәниәт һарайы, ике кинотеатр һәм ике художество галереяһы ошо эшкә тос өлөш индерә. Иван Якутов исемендәге паркта төрлө байрамдар ойошторола. Йыл һайын районда Шәжәрә байрамы үткәрелә. 185 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән "Өфө-Арена" боҙ һарайы, 75 спорт залы, ун хоккей майҙаны, биш бассейн һәм башҡалар урынлашҡан беҙҙә. Физик культура коллективтарында, шул иҫәптән алты балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, 13 клубта 393 белгес эшләй. Беҙҙәге 62 спорт секцияһында 20 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.
Райондың абруйы төрлө быуын, һөнәр вәкилдәренең фиҙакәр хеҙмәте менән нығытыла. Республиканың, тотош илдең именлегенә Совет районындағы кешеләр ҙә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Халҡыбыҙҙы дөйөм йортобоҙ булған райондың 75 йыллығы айҡанлы ҡотлайым. Барығыҙға ла һаулыҡ, оҙон ғүмер, ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!