Әсәйҙең ҡанаты аҫтында27.04.2013
Әсәйҙең ҡанаты аҫтындаХужабикә эй шатлана: Инә ҡаҙ бер оя бәпкә сығарҙы. Уңды! Бәпкәләрҙең барыһы ла бер-береһенә оҡшаш: йомшаҡҡай, йәшкелт һары ғына!
Ун көн тирәһе өйҙә тотҡас, хужабикә бәпкәләрҙе Сәрмәсән буйындағы сиҙәмгә алып барҙы. Ҙур табаға һыу ҡуйҙы. Себештәр йәшел бәпкә үләнен өҙөп ҡаба ла йүгереп барып һыу эсә, ҡояш нурҙарында кинәнә. Инә ҡаҙ менән Ата ҡаҙ ҡаңғылдап ҡуя: ҡыуаныстарын шулай аңлата улар.
Белеп тораһығыҙ: хужабикәнең эше муйындан ашҡан. Тиҙ генә ҡайтып киләйем тип, өйгә табан йүнәлде.
Бәпкәләрҙе берәҙәк бесәй күҙәтеп торған икән. Әрекмән япрағы аҫтынан бәләкәстәрҙең берәүһен эләктереп алайым ғына тигәндә, иң ҙур себеш күреп ҡалып, ҡысҡыра һалды:
— Әсәй, әсәй, анау кем ул?
Хәүеф янауын һиҙгән Инә ҡаҙ ярһып ҡаңғылдарға тотондо.
— Кит бынан! Балаларыма тейеп кенә ҡара! — тип Ата ҡаҙ бесәйҙе ҡыуып ебәрҙе.
Бәпкәләр саҡ ҡына ял итеп алды ла яңынан уйнарға, йүгерешергә тотондо. Ул арала баш осонда төйлөгән өйөрөлә башланы. Ҡайҙан килгән дә ҡайҙан күргән тиң! Төйлөгән — бәпкәләрҙең иң ҙур дошманы. Ауыҙыңды асып торһаң, эләктереп алып оса ла китә. Төйлөгәнде иң сос бәпкә шәйләп алды.
— Сип-сип-сип! — тип ҡысҡырҙы ул. — Беҙҙең янға бер ҡош төшөп килә!
Ата ҡаҙ ҡанаттарын ҡаға-ҡаға асыуланып ыҫылданы, уға Инә ҡаҙ ҙа ҡушылды. Төйлөгәнгә эләктереп өлгөргән бәләкәй табышын ысҡындырыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Бәпкәләр ҡаҡ салҡан ятҡан туғандары эргәһенә ташланды.
— Сип-сип, тор инде, беҙҙе ташлап китмә инде, — тиештеләр.
Инә ҡаҙ бәләкәстәрен янына саҡырҙы. Бәпкәләр әсәһенең ҡанаты аҫтына инеп һыйынды. Эй, рәхәт! Әсәйҙең мамығы йомшаҡ ҡына, унан тәмле еҫ килә. Ҡосаҡлашып ятҡан бәпкәләргә шундай күңелле, тыныс. Күмәк булғас, бер ниҙән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайҙар. Туғандар бит улар: бер-береһенең йылыһын тойоп үҫәләр.
— Бер-береһен яҡлаша ла белә инде хәҙер батырҡайҙарым! — тип ғорурланды әсәләре.
Ата ҡаҙ иһә, муйынын һуҙып, тирә-яҡҡа ҡарап тора: берәй яуызы ҡәҙерлеләренә ташланып ҡуймаһын тағы.


Вернуться назад