Алтынға биргеһеҙ һәр һүҙе27.04.2013
Йыш ҡына булам мин
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Уны бик ныҡ һағынам,
Ул да мине ярата.
Ҡапҡаны асып инәм,
Өләсәйем ҡаршылай.
Һәм олатайға әйтә:
— Самауырҙы ҡуй, бабай!
Арҡамдан дөпөлдәтеп,
Мине яратып ала.
Самауыры ҡайнағансы
Хәлемде һорай һала.
Бал, ҡорот, ҡаймаҡ менән
Һөтлө сәйҙәр эсәбеҙ.
Мәтрүшкә еҫенә тулған
Беҙҙең өй эсебеҙ.
Алтын-көмөшкә биргеһеҙ
Өләсәйҙең һәр һүҙе.
Иманлылыҡҡа өйрәтә —
Ағинәй кеүек үҙе.
Сәйе тәмле, һүҙе татлы —
Йәшәһен өләсәйҙәр!
Матур тәрбиә алып
Үҫһен беҙҙә кескәйҙәр!