Уҡый алмаһа ла...27.04.2013
Миңлекамал өләсәйемде бик яратам. Егәрле лә, изге күңелле лә ул.
Өләсәйемдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Уҡырға һәләте, теләге ҙур булһа ла, IV кластан һуң эшкә төшкән. Ун ике йәшенән колхозда һарыҡ ҡараған. Тырыш булғаны өсөн Мәскәүгә Бөтә Союз Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә делегат булып та барған.
Өләсәйем — туғыҙ бала әсәһе. Олатайым 1998 йылда үлеп ҡалған.
Ҡәҙерлемә оҙон ғүмер теләйем.