Ашы тәмлерәк, өйө йәмлерәк27.04.2013
Өләсәйле бала икеләтә бәхетле. Мин — шундайҙарҙың береһе.

Өләсәйем Разия Юнысбаева районыбыҙҙың Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Бәләкәйерәк сағымда унан әкиәт һөйләттермәйенсә йоҡламаным. Улар шундай ҡыҙыҡлы, әсәйемдекенә йәки апайымдыҡына бөтөнләй оҡшамаған. Өләсәйемдең әкиәттәрендә һәр саҡ Айнур исемле малай була торғайны. Ул ныҡ һәйбәт, алдашмай, ата-әсәһенә ярҙам итә, бөтөн ауырлыҡтарҙы еңеп сыға...
Ниндәй генә мәҡәл, әйтем ҡулланмай өләсәйем! Күбеһе халыҡ телендә һирәк осрай, китаптарҙан да табып булмай.
Иҫке Сибай ауылына күсеп киткәс, өләсәйемде юҡһынып, йыш иланым. Янына гел ашҡынып барам, уның аштары ла тәмлерәк, өйө лә йәмлерәк тойола. Ҡәҙерлемдең янында шундай тыныс һәм рәхәт. Гел шулай ҡыуандырып, оҙаҡ йәшәһәң ине, өләсәй!


Вернуться назад