Гранттар хәлде яҡшыртасаҡ26.04.2013
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында экологик йүнәлештә эшләгән эшҡыуарҙарҙың II съезы үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Бөгөн бында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индергән кешеләр йыйылған. Сәнәғәт етештереүе булмайынса, алға китеш тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Предприятиеларҙың тәбиғәткә ни тиклем ҙур зыян килтереүен барыһы ла белә. Бынан тыш, халыҡтың экологик мәҙәни кимәленең түбән булыуы ла бәкәлгә һуға. Экологик йүнәлештә эшләгән эшҡыуарҙарға үҫеш өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырыу мөһим. Был йәһәттән урындағы муниципалитеттар ҙа эшләргә тейеш. Бөгөнгө осрашыу һөҙөмтәле үтһен өсөн грант булдырырға тәҡдим итәм. Уның күләме хаҡында уйлашайыҡ. Тик был һан биш, 15 йә иһә 150 миллион һум түгел, ә күпкә юғарыраҡ булырға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы.
Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарға аҡса бүленмәүҙең бәкәлгә һуғыуын үҙ сығышында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та билдәләне.
— Экобизнес әкрен үҫешә. Бөгөн республикала был өлкәлә 500-гә яҡын шәхси эшҡыуар, 250-нән ашыу ойошма эшләй. Уларға килем алыу йылдан-йыл ҡыйынлаша. Ошо һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына закон проекттары әҙерләнек һәм тәҡдим итмәксебеҙ, – тине министр. Президент иһә Илдар Һаҙыевҡа шунда уҡ һорау бирҙе:
— Ниңә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға түгел? Парламент ошондай көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн эшләй бит. Президент булараҡ, был закон проектын үҙем дә тәҡдим итә алам.
— Әлбиттә, тиҙ арала закон проекты әҙер буласаҡ, — тип яуапланы Илдар Рим улы.
Экологик йүнәлештә эшләгән эшҡыуарҙар киләсәктә уларҙың эшмәкәрлегенә иғтибар артасағына инанып таралышты.


Вернуться назад