Изге ярҙамға ара йыраҡ түгел26.04.2013
Нефтекама халҡы “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән мәрхәмәтлек акцияһына дәррәү ҡушылды. Белорет районының Ғәбдөк ауылының яҙғы ташҡындан ҡаза күргән кешеләренә улар хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ҡалала был изге эште ғәбдөктәрҙең яҡташы, Йөйәк ауылы уҙаманы Рәйес Исмәғилев һәм ул етәкләгән Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективы башлап ебәрҙе.

— Бер кем дә битараф ҡалманы, — ти Рәйес Абдрахман улы. — Барыһы ла ярҙам итә, кейергә яраҡлы кейем-һалым килтереүселәр бик күп.
Шундайҙарҙың береһе – хеҙмәт ветераны Рәжибә Сөләймәнова уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
— Мин Дзержинский урамындағы 32-се йортта йәшәйем. Подъезд ишегенә эленгән белдереүҙе уҡығас та, өйҙәге әйберҙәрҙе йыйып төйнәнем. Бер кем дә ни күрәһен алдан белмәй, ауыр саҡта кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу — изге эш ул.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Үтәкәев сараны үткәреүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Р. Исмәғилев, йыраҡ араларҙы яҡын итеп, йыйылған әйберҙәрҙе Өфөгә тиклем үҙе алып китте.


Вернуться назад