Изгелек ерҙә ятып ҡалмай26.04.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөн Башҡортостаныбыҙҙа ла, башҡа ерҙәрҙә лә мәсет асҡан йәки ошо ниәт менән йәшәгән кеше байтаҡ. “Кем дә кем Аллаһ ризалығы менән иман йорто төҙөй икән, уға Раббыбыҙ Йәннәттә ҙур-ҙур һарайҙар һалыр”, — тиелә “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Әммә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мәсет асыу менән генә эш бөтмәй. Ул эшләргә, халыҡты йәлеп итергә, һәр саҡ асыҡ торорға тейеш. Изге йортҡа халыҡ араһынан иманлы, өмөтлө йәш кешене иман итеп әҙерләү бурысы ла тора. Шул ваҡытта ғына мәсет Ҡиәмәт көнөнә тиклем Аллаһ ғилемен таратыр, әхлаҡҡа, тәрбиәгә өйрәткән изге урын булып хеҙмәт итер.
Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға ла мәсеттән айырылмай ғүмер кисерергә насип итһен, сөнки иман булған ерҙә изгелек тә йәшәй, һәм улар әҙәм балаһын хәйерле эштәргә генә әйҙәп тора. Бәндәнең күңелендәге ошо күркәм тойғолар уға Ахирәттә лә ҙур бүләк булып ҡайтыр.
“Изгелектә, хәйерле эштәрҙә уҙышығыҙ, ярышып йәшәгеҙ”, — тиелә изге “Ҡөрьән”дә. Тимәк, байлыҡ йыйыуҙа түгел, ә ғилем, яҡшылыҡ туплауҙа бер-беребеҙгә матур өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Изгелек һис ҡасан ерҙә ятып ҡалмай ул.
Тормошта төрлө табыш артынан йүгереп йөрөгәндә, нимәнелер юғалтып ҡына торабыҙ. Был Аллаһ Тәғәләнән алыҫлаша барыуыбыҙҙан килә. Кемдер тыныслығын юғалта, икенсеһе ата-әсәһенә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеүҙән, ғаилә бәхетенән мәхрүм. Әгәр берәүгә барыһы ла бирелгән икән, белегеҙ: уға Хоҙайҙың рәхмәте төшкән.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә иманлы, тимәк, изгелекле булырға, бер-беребеҙгә күркәм мөнәсәбәт күрһәтеп йәшәргә насип итһен. Амин.


Вернуться назад