Силәбе яңылыҡтары26.04.2013
Йәш таланттарға юл асыҡ

Күптән түгел Силәбе ҡалаһында тәүге тапҡыр “Йәшлек-шоу” фестивале булды. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, республиканың Халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Шулай уҡ Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм уның башҡорт йәштәре союзы ла ҙур ярҙам күрһәтте.

Сараның төп маҡсаты — башҡорт телен һәм эстрадаһын популярлаштырыу, йәштәр араһында ватансылыҡ тойғоһон үҫтереү, йәш таланттарҙы асыҡлау. Фестиваль 300-ҙән ашыу кешене йыйҙы. Башҡорт йыры байрамында Өфөлә танылыу яулаған тиҫтәнән ашыу йәш йырсы сығыш яһаны.
— “Йәшлек-шоу” фестивален бынан ары йыл һайын үткәрергә теләйбеҙ, — тине Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин. — Был сара йәш таланттарҙы асыҡлау майҙансығы буласаҡ.

Тәжрибә — шәп нәмә


Апрель урталарында Арғаяш ауылында “Силәбе өлкәһе һәм Урал төбәге мәҙәни киңлегендә башҡорт мәҙәни коллективтарының художество ижады” темаһына семинар ойошторолдо.

Унда Көньяҡ Уралдың 50-гә яҡын үҙешмәкәр мәҙәни-күңел асыу учреждениеһы вәкиле ҡатнашты. Улар тәжрибә уртаҡлашты, оҫталыҡтарын күрһәтте, практик дәрестәр бирҙе. Эш барышында Силәбе өлкәһенең аҫаба башҡорттары менән күсеп килгән урыҫтар араһындағы этнос-ара мөнәсәбәт тикшерелде. Шулай уҡ башҡорт йырын башҡарыу һәм бейеүҙәрен ҡуйыу үҙенсәлектәре, ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеү серҙәре ҡаралды.
Сарала Арғаяштың башҡорт вокаль һәм фольклор төркөмө лә сығыш яһаны. Семинарҙа ҡатнашыусылар Нурия Искәндәрова менән Ғарифа Кудрявая ойошторған вокаль һәм фольклор буйынса дәрестәрҙе айырыуса йылы ҡабул итте.


Вернуться назад