Күптән түгел М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” музыкаль комедияһы менән Ханты-Манси автономиялы округына гастролгә барып ҡайтты. Сәйәхәттән һуң йәш актер Илнур Лоҡманов тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
— Быға тиклем ят тарафтарға гастролгә сыҡҡаным юҡ ине. Бары тик һабантуйҙарҙа ғына ҡатнаштым. Гөрләп торған байрам мәлендә милләттәштәр менән аралашыу мөмкинлеге сикләнгән. Ә был сәфәрҙә тыуған еренән ситтә йәшәгән башҡорттар менән аралашып, уларға һоҡланып ҡайттым. Түбәнге Һартым, Сорғот, Нефтеюганск, Нижневартовск, Лангепас ҡалаларында булдыҡ.
Беренсенән, халыҡ беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алды. “Концерттар менән беҙҙең яҡтарға йыш киләләр, ә бына спектакль килтергәндәре юҡ ине”, — тип кинәнеп тамаша ҡаранылар. Түбәнге Һартым ҡалаһында бик әүҙем, милләт өсөн янып йөрөгән башҡорт егете Дим Мөхәмәтйәнов менән танышып, уның эшмәкәрлегенә таң ҡалдыҡ.
Башҡорттар унда күп, аралашыуға сарсағандар. Тамашаға тиклем дә, унан һуң да эргәгә килеп, оҙаҡ һөйләшеп торҙоҡ. “Был спектакль менән беҙҙе йәшлек йылдарына алып ҡайттығыҙ. Йәшәргә, эшләргә көс-ҡеүәт, дәрт бирҙе ул. Бында эш ауыр, аралашыу, мәҙәни ял етмәй”, — тип зарланалар.
Уйламағанда Учалы районынан таныштарымды осраттым. Яҙмыш елдәре беҙҙе ҡайҙа ғына ташламай икән! Ситтә йәшәгән башҡорттарҙың берҙәмлеге таң ҡалдырҙы. Ниңәлер, Башҡортостанда халыҡ араһында ундай берҙәмлек тойолмаған кеүек.