Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ғаиләлә атай абруйын күтәреү, атай тәрбиәһен көсәйтеү мәсьәләләренә арналды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа әүҙемләште. Бигерәк тә уның рәйесе итеп Ирек Бикмәтов тәғәйенләнгәс, эш алға киткәндәй булды. Был турала сығыш яһаусылар ҙа, ҡала хакимиәте етәксеһе лә билдәләне.
— Сибай — таусылар ҡалаһы, шуға күрә тирә-яҡ мөхиткә тау предприятиеларының кире йоғонтоһон инҡар итеү дөрөҫ булмаҫ ине. Һыу менән тупраҡ составында ауыр металдар миҡдары норманан юғары. Бөгөнгө заман технологиялары сәнәғәт ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә зыянын кәметеүгә булышлыҡ итә ала. Был йәһәттән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы һуңғы йылдарҙа байтаҡ эш башҡарҙы. “Таҙа кесе йома” өмәләрен даими үткәреү, торлаҡ-коммуналь хужалығына өр-яңы техника һатып алыу ҙа һөҙөмтә бирер, — тине ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайҙарҙың бала тәрбиәләүҙәге роленең юғала барыуы борсоуға һала. Бигерәк тә ир бала үҫкән йортта атайҙарҙың бурысын үтәүҙән ситләшеүе хәүефләндерә. Әгәр бала ғаиләлә тейешле тәрбиә алмаһа, уның йәмғиәтебеҙгә, илебеҙгә һәм халҡыбыҙға файҙа килтерерҙәй шәхес булып үҫеүенә ышаныс аҙ.
Буранбай Күсәбаев әйтеүенсә, экологик тәрбиәне балалар баҡсаһынан башлау кәрәк. Уның төрлө миҫалдар менән байытылған, аныҡ тәҡдимдәр күтәргән сығышы барыһына ла оҡшаны. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы Й. Һөйөндөков көньяҡ-көнсығыш райондарҙың экологик проблемалары менән таныштырҙы. Сибай ҡалаһының “Полигон” йәмғиәте директоры В.Н. Тюрин ҡала янындағы Төйәләҫ йылғаһын һаҡлау мәсьәләһен күтәрҙе.
Әммә бер ултырышта ике ҙур проблеманың ҡуйылыуы сәбәпле, икенсе мәсьәләгә етерлек иғтибар булманы тиерлек. Мәҫәлән, абруйлы атайҙарҙың аҙ ҡатнашыуы, уларҙың төплө фекерҙәренең ишетелмәүе — быға асыҡ миҫал. Хәйер, сәхнәгә бер нисә таусы ғаиләһе саҡырылды, әммә бөгөн балаларына өлгө булырҙай атайҙарҙың ҡыйыу сығыштары яңғыраманы.
Һүҙ юҡ, ҡалала башҡорт ҡоролтайы әүҙем эшләй кеүек, әммә бер үк ҡоролтай ағзаларының бер үк хәбәрҙе йылдар буйына һөйләүе уларҙың эшен биҙәмәй.