Яҙмышыбыҙға хужа булайыҡ!26.04.2013
Яҙмышыбыҙға хужа булайыҡ!Халҡыбыҙҙа элек-электән матур бер йола йәшәгән: борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итер өсөн улар йыйын йыйған, илдең абруйлы аҡһаҡалдарын саҡырып, бергәләшеп кәңәш ҡорған. Бөгөн халҡыбыҙ алдында ер, тел һәм милләт проблемалары киҫкен тора. Ауылдарҙа мәктәптәр ябыла, халыҡ эшһеҙлектән генә түгел, эскелектән ыҙа сигә. Илебеҙҙә бигерәк тә битарафлыҡ, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ арта барған саҡта беҙҙе берҙәмлек кенә һаҡлап ҡаласаҡ. Тап ошондай ваҡытта милләттәштәребеҙ араһында аңлатыу эше алып барыу зарур. Темәс ауыл Советы биләмәһе башҡорттарының ҡоролтайы шул маҡсаттан сығып ойошторолдо. Ҡорҙоң районда беренселәрҙән булып тап ошонда үтеүе осраҡлы түгел. Темәс — Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы, Көньяҡ Урал төбәгендә иң ҙур ауылдарҙың береһе.

Темәстең республика тарихында айырым урыны бар. Ауылдың тарихы Башҡортостандың бөйөк шәхестәре – Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнәб Биишева, Мирхәйҙәр Фәйзи менән тығыҙ бәйләнгән. 1919 йылда ғинуарҙан алып мартҡа тиклем Темәстә Башҡортостан Хөкүмәте эшләй. Тап ошонда башҡорттарҙың хәрби съезы үтә, һәм идара итеүҙең яңы органы — ваҡытлы комитет төҙөлә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн шанлы һәм данлы тарих ваҡиғаларын кәүҙәләндергән Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 2011 йылда музейҙа Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтенә Яҙмышыбыҙға хужа булайыҡ!арналған зал барлыҡҡа килә.
Ҡоролтай эшендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлимйән Баймырҙин, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ирек Бикмәтов, күренекле сәсәниә, Сибай ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Асия Ғәйнуллина, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Темәс ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫеше һәм ҡоролтай алдындағы бурыстар тураһында төп доклад менән ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсурин сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Темәс үҫеш кисерә, эш урындары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, кирбес заводы былтыр 80 миллион һумлыҡ тауар етештергән. Заводта 120 кеше эшләй. Төбәктә 30 шәхси эшҡыуар ағас эшкәртеү, туғыҙ кеше — йылҡысылыҡ һәм берәүһе һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Барлығы 54 эшҡыуар бар. Бөгөн Темәс һөт етештереү заводы, Бетерәлә ағас эшкәртеү һәм таш ҡырҡыу цехтары төҙөлә. Ауыл хужалығы йүнәлеше лә киң үҫеш алған. Р. Әлибаев һәм С. Ғәзизов крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороу өсөн берәр миллион һум субсидия алған, ике фермер ғаилә — һөтсөлөк фермаһы, ирле-ҡатынлы Алтынбаевтар һөт ҡабул итеү пункты ойошторған. Шулай уҡ 15 километр газ үткәргесе һалынған, 5 километр һыу үткәргес, 3 километр электр линиялары һуҙылған. Дүрт күпер, дүрт зыярат төҙөкләндерелгән.
Темәстә төҙөлөш тә йылдам үҫешә. Ауыл биләмәһенең төҙөлөш планына ярашлы, 37 кешегә йорт һалыу өсөн ер участкаһы бүленгән. “Әселе” биҫтәһендә күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер бирелә башлаған. Иң мөһиме — элекке “Һәүәнәк” совхозы һәм Темәс урман сәнәғәте хужалығының хужаһыҙ объекттары иҫәпкә ҡуйылып, муниципаль милеккә ҡайтарылып, йәнә халыҡҡа хеҙмәт итәсәк.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсурин көндәлек проблемаларға ла туҡталып үтте. Бөгөн ҙур тарихҡа эйә Темәс урта мәктәбендә ауыл тарихында тәүге тапҡыр башҡортса уҡыясаҡ беренсе кластың асылмауы — киләсәк быуын ғәфү итмәҫлек оло хата. Шулай уҡ йәш быуынға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, ауылдарыбыҙҙы эскелек афәтенән һаҡлап ҡалыу, уларға эш урындары булдырыу, милли матбуғатҡа яҙылыу, милли үҙаңды үҫтереү, төҙөкләндереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ла аныҡ тәҡдимдәр әйтелде.
Ҡоролтайҙа ҡатнашҡан һәр кемдең күңеленә үтеп ингән сығыш үҙ еренең ысын ватансыһы, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, үҙендә йәшәүгә рухи көс тапҡан Илсур Ирназаровтыҡы булғандыр.
— Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу сәйәсәте милләтебеҙ яҙмышына ҙур хәүеф менән янай, — тине ул. — Бөгөн мәктәбе ябыла икән, аҡрынлап ауыл да юҡҡа сығасаҡ. Республикабыҙҙың күп арҙаҡлы шәхестәренең тап ауылда тыуып, башҡорт кластарында белем алыуын да онотмайыҡ әле. Шағир әйтмешләй, таланттар ауылда тыуа. Күрәләтә тамырҙарыбыҙҙы үҙебеҙ киҫәбеҙ түгелме?! Мәктәп автобусы ғына башҡорт халҡын, киләсәк быуынды һаҡлап ҡалырға ярҙам итмәйәсәк. Шулай уҡ республикабыҙҙа үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың күплеге борсой. Суицид айырыуса башҡорттар күп йәшәгән райондарҙа таралды. Был хәүефле исемлеккә Баймаҡ районы ла инә. Халҡыбыҙҙың киләсәген бөгөндән хәл итә башламаһаҡ, иртәгә һуң булыуы бар. Шуға күрә, милләттәштәр, берҙәм булайыҡ, юғарынан нимәлер көтөп ятмайыҡ, һәр кем ҡулынан килгәнде үҙенән башлаһын, битарафлыҡ сиренән арынырға ваҡыт етте!
Район етәксеһе Илшат Ситдиҡов сығышында йәмғиәт алдында торған етди проблемаларҙы күтәрҙе.
— Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, совет осорондағы кеүек, ҡайҙандыр ярҙам көтөү ваҡыты үтте. Үҙебеҙгә эшләргә, тырышырға кәрәк, киләсәгебеҙҙе бергәләп төҙөйөк! Тырышҡандарға уңыш йылмайыуын да онотмайыҡ, — тине ул.

Ирек БИКМӘТОВ, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
— Сибай ҡалаһы менән Темәс ауылы араһында дуҫлыҡ күпере күптән һалынған. Бөгөн беҙ шул дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, фекер алышырға, тәжрибә тупларға килдек. Бигерәк тә темәстәрҙең дәртле булыуы, үҙҙәренең тарихын тәрән, төплө белеүҙәре һоҡландырҙы. Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ, тарихи үҙәктә ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡ алдыҡ.

Азамат МӨХӘМӘТШИН, “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе:
— Темәс ауылы башҡорттары ҡоролтайы ойошҡан үтте. Әммә шул уҡ ваҡытта халыҡтың әҙерәк булыуы, милли проблемаларҙың етерлек кимәлдә күтәрелмәүе, йыйында был төбәктәге танылған эшҡыуарҙарҙың ҡатнашмауы борсолоу тыуҙырҙы. Ҡоролтай аҡһаҡалдар йәки ағинәйҙәр ҡоро түгел, ә төрлө быуын вәкилдәрен бергә туплаған оло йыйын булырға, йәштәрҙе күберәк саҡырырға тейеш.

Сәриә ЙЫҺАНШИНА, Күсей ауылы биләмәһе башлығы:
— Район башҡорттары ҡоролтайы, һәр ауылда ҡоролтайҙар үткәреп, рәйесен, ағзаларын һайлау бурысы ҡуйғайны. Бөгөн бындағы йыйын башҡа ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн башланғыс булды. Үҙем өсөн байтаҡ тәжрибә туплап ултырҙым, күп яңылыҡ алдым. Күтәрелгән мәсьәләләр һәр ауылға хас, шуға күрә барлыҡ проблеманы уртаға һалып фекер алышыу кәрәк, тигән фекерҙәмен.


Вернуться назад