Беҙҙең яҡҡа иғтибар юҡ26.04.2013
Мин оҙаҡ йылдар Ҡаҙағстандың Караганда өлкәһендә йәшәйем. Әммә туған телемде, тыуған еремде онотҡаным юҡ. Хәҙер инде олоғайып та киттем. Шулай ҙа Башҡортостандың хәле, милләттәштәремдең яҙмышы менән даими ҡыҙыҡһынам. Уңыштар, әлбиттә, һөйөндөрә, кәмселектәр көйөндөрә.
Ике йыл инде Татарстандың юлдаш телевидениеһын ҡарарға тура килә. Тик унда милли мәсьәләне артыҡ ҡуйыртып ебәрәләр кеүек.
Ни өсөн беҙҙең яҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтмәй икән? Ә бит Карагандала һәм яҡын-тирә ҡасабаларҙа ғына биш меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Бынан тыш, тыуған яҡ моңдарына сарсап күпме милләттәш йәшәй сит тарафта!


Вернуться назад