Арғаяш егете донъяны яулай20.12.2011
Билдәле башҡорт боксеры, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы егете Хәбир Сөләймәнов Мексиканың Мехикали ҡалаһында үткән сираттағы көрәштә еңеү яулаған.
Был сара профессиональ боксерҙар өсөн һигеҙ раундтан торған рейтинг көрәше булған. Хәбир Сөләймәнов 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған. Уға ҡаршы мексикан Хорхе Герреро көрәшкән. Еңеү өсөн Хәбиргә бер раунд кәрәк булған. Был ярыштан алда Хәбир Сөләймәнов АҠШ-та 12 рейтинг көрәшендә еңгән. Афарин, яҡташ!


Вернуться назад