Милли матбуғат үгәйһетелә26.04.2013
Һуңғы йылдарҙа халыҡтың күп өлөшө, айырыуса йәштәр, башкөллө Интернет донъяһына сумды. Ул хәҙер ата-әсә урынына балаларҙы ла бик шәп «тәрбиәләй» башланы. Был хәлдең аҙағы хәйерле булһын инде.
Әйтер һүҙем шул: Интернет тигән яуыздың ауыҙына ҡарап ҡына ултырырға тейеш түгелбеҙ . Ошо арҡала башҡортса нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыусылар йылдан-йыл кәмей. Бәғзеләр, мин гәзитте Интернеттан уҡыйым, тип фәстерә. Электрон баҫманы бушлай уҡыу, әлбиттә, һәйбәттер. Ә ниңә «заман кешеләре» электрон баҫмаға яҙылып, тейешле аҡсаһын түләмәй? Ярты йылға 150 һум уларға йәлме ни?
Икенсе мәсьәлә лә мине бик борсой: республиканың күп ҡалаларындағы матбуғат киосктарында башҡорт баҫмаларын табырмын тимә. Ә инде данлыҡлы шифаханаларҙа урынлашҡан киосктарҙа улар бөтөнләй юҡ тиерлек. Ниңә Башҡортостанда милли матбуғат үгәйһетелә?
Тыуған еренән ситтә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәр ҙә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналды алдырып уҡыһын ине. Беләм, кемдер уның һуңлап килеүенә йәки айырым һандарының юғалыуына зарланалыр. Минеңсә, беткә үс итеп, тунды утҡа яғырға кәрәкмәй. Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙҙың рухи ҡалҡаны «Башҡортостан» гәзитен һәм башҡа баҫмаларҙы үҙен ысын башҡорт тип иҫәпләгән һәр кем алдырып уҡырға бурыслы.
Бөгөн балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҙ телендә гәзит-журнал, китап уҡымай икән, тимәк, милләттең киләсәге юҡ тигән һүҙ. Матди яҡты ғына ҡарап, рухи донъябыҙҙы ҡайғыртмайынса, ғәмһеҙлектән арына алмай йәшәүҙе дауам итәбеҙ икән, биш-алты йылдан башҡорт баҫмалары бөтөнләй бөлөп, юҡҡа сығасаҡ. Был хәл һеҙҙе борсомаймы ни, туғандар?! Ә минең йөрәгем әрней…


Вернуться назад