Уҡыусы һынауҙан ҡурҡмаһын25.04.2013
20 апрелдә Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге этабы үтте. Билдәле булыуынса, төрлө сәбәп буйынса алдан һынау тотҡан уҡыусыларыбыҙҙың береһе, контроль үлсәү материалдарын Интернетҡа күсереп, БДИ тәртибен боҙоп та өлгөргән.

Ошондай хәлдәрҙең төп сәбәбе нимәлә? Унда фәҡәт бала ғына ғәйеплеме? БДИ-ға әҙерлек барышында нимәгә иғтибар итмәйбеҙ? Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ошо һорауҙарға яуап эҙләнде, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф идаралығы етәкселәренә яңы бурыстар йөкмәтелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың фекеренсә, уҡыусыға БДИ-ны башҡара алмаҫлыҡ ҙур бурыс итеп күрһәтергә ярамай. Тәү сиратта психологик йәһәттән әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлеү мөһим. Юғиһә сығарылыш класс уҡыусыларына мәктәптә лә, өйҙә лә йыл башынан уҡ ҙур талап ҡуйыла, уҡыуҙан башҡа саралар тыйыла, һөҙөмтәлә улар оҙаҡ ваҡыт көсөргәнештә йәшәргә дусар ителә.
— Иң мөһиме — балала үҙ көсөнә ышаныс тәрбиәләү, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Был эшкә яҡшы педагогтарҙы, психологтарҙы, класс етәкселәрен, тәрбиәселәрҙе йәлеп итеү отошло. Ата-әсә менән дә һөйләшеүҙәр алып барырға, дөйөм йыйылыштар үткәрергә кәрәк.
Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса өлгө күрһәткән төбәктәр бар. Беҙгә уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү ҙә файҙалы булыр ине.
Лилиә Ғүмәрова баланы БДИ-ға әҙерләгәндә киң мәғлүмәт сараларының да өлөшө ҙур булырға тейешлеген билдәләне. Берҙәм көс һалғанда, имтихандар йырып сыҡҡыһыҙ мәсьәлә булмаҫ, тәртибе лә боҙолмаҫ, тине ул.


Вернуться назад