Ағастарға улар йән өрә25.04.2013
Ағастарға улар йән өрәОҫталыҡтың сиктәре бармы икәнлеген һораһалар, һис икеләнмәйенсә: "Юҡ!" — тип яуаплар инем. Һүҙҙәрҙе дәлилләр өсөн әллә ниндәй теоремалар уйлап сығарырға кәрәкмәй — ауылдар буйлап йөрөп, тәбиғи һәләттәрен асҡан, шуға тырышлыҡтарын ҡушып, мөғжизәләр тыуҙырған кешеләр менән осрашыу ҙа етә.
Шундай оҫталарҙың икәүһе Байназар ауылында йәшәй. Ағастан биҙәктәр, ботаҡ һәм түмәрҙәрҙән йәнлек һындары эшләй улар. Ғәҙәттә, таныштырыуҙы уҡытыусынан башлайҙар. Ҡалыптарҙы емереп, беҙ киреһенсә эшләйек.

Ҡармаҡ яһай, һырлай, семәрләй...

Ильястың балта оҫтаһы булып китеүенә аптырарға түгел: атанан күргән — уҡ юнған, тигән шикелле, атаһы Мәхмүтдин ағайҙың тирә-яҡта был йәһәттән даны таралған. Улдарына ла ағас серҙәрен өйрәткән. Башланғысы һалынһа, эшкә һөйөү тәрбиәләнһә, ҡалғаны кешенең үҙенән тора. Ильяс та мәктәпте тамамлап, Өфөнөң 2-се педагогия училищеһында уҡыған осорҙа уҡ ағасты һырлап төрлө әйберҙәр эшләп ҡарай, ҡулынан ҡасау, сүкеш төшөрмәй. Ул саҡта махсус әсбаптар ҙа булмай, Интернет селтәре лә. Шуға күп нәмәне үҙенә табырға, өйрәнергә тура килә. Ауылға ҡайтҡас, икенсе бер оҫта — Рафаэль ағай Иманғолов менән аралаша башлай. Бөгөн Ильяс балаларға хеҙмәт дәрестәре бирә, үҙенең һөнәрен йәш быуынға өйрәтә.
— Ағастың йәне бар бит ул, тик уға һындар, биҙәктәр генә уйырға кәрәк, — ти оҫта. — Бөтә ерен файҙаланырға мөмкин: фантазияң етһен дә, түҙемлегең булһын...
Ысынлап та, Ильяс Муллағолов ағастың ниндәй генә өлөшөн ҡулланмай: ботағын, тамырын, үҙәген... Хатта ҡайырын да. Ана бит, ҡайын туҙын һыҙырып эшләгән "ҡағыҙ"ға ниндәй матур һүрәт төшөргән. Ҡышты сағылдырыу өсөн аҡ туҙҙан да үҙенсәлеклерәк, матурыраҡ материал тапмаҫһың. Ә был "мышы башы" олондо Ағастарға улар йән өрәярып эшләнгән. Тамырҙар — әкиәт персонаждары.
Тағы бер һөнәре бар Ильястың — ҡармаҡ яһай. Үҙе лә сүкей, һатыуҙағы ябай ҡармаҡҡа ла ялтырмалар ҡуя. Һәр ҡайһыһын тотасаҡ балығына ҡарап эшләй: суртанға — бер төрлө, йәйенгә — икенсе, ваҡтарына — башҡаса.
— Заказдар күп, өлгөрт кенә, — ти Ильяс. — Һатыуҙа бит барыһы ла стандарт яһала, ә мин беҙҙең балыҡтың "ҡылығы"на тура килтерәм. Шуға ла кеше күпләп ала. Балыҡсы балыҡсыға туған кеүек бит, улар араһында хәбәр тиҙ тарала. Ҡармаҡтар тураһында ла шунда уҡ белделәр.
Ярай, иш янына ҡуш тигән шикелле, кергән менән сыҡҡан бер түгел.
— Бар нәмәне аҡса менән баһаларға ярамай, — ти Ильяс, — тормошта ҡыҙыҡһыныу тигән төшөнсә лә бар. Мин күберәк ошо ҡанунға таянам. Ә аҡсаһы... башҡарған эшең булһа, алыусыһы үҙе эҙләп таба.
Хаҡ һүҙҙәр. Уларҙы тик яратҡан шөғөлөмә мөкиббән бирелгән, унан ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисергәндәр генә әйтә алалыр.

"Сараһыҙҙан тотондом да киттем..."


Ағастарға улар йән өрәБайназарҙың ғына түгел, тирә-яҡ оҫталарҙың оҫтаһы — Рафаэль ағай Иманғолов. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, ҡапҡаһынан уҡ төрлө семәрле биҙәктәр үҙенә ылыҡтырып, саҡырып тора. Өй эсенә инһәң, иҫең китер: стенала — ағастан уйылған "болан башы", кәштәләрҙә — кейек-хайуандар донъяһы... Тәү ҡарашҡа ғәҙәти генә булып тойолған, болан мөгөҙҙәренә эленгән "алтын" сылбыр, ошондай уҡ шар шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Түҙмәйенсә, шар менән сынйырҙы ҡулға алып ҡарайым. Иҫ киткес — йүкәнән яһалған сынйырҙа һис кенә лә ялғау юҡ! Унан да бигерәк аптыратҡаны — шар. Ул алты, биш мөйөшлө шаҡмаҡтарға бүленгән. Йәнә ғәжәпләндергәне шул: тышҡы ҡат эсендә тағы бер шар бар, уныһында — өсөнсө! Һис ярмайынса, һәр ҡайһыһын бер-береһенең эсенә ултырт әле. Урыҫтарҙың "матрешка"лары күптәрҙе хайран итә, уны сит ил туристары сувенир итеп үҙҙәренә алып ҡайта. "Матрешка" аңлашыла: ҡат-ҡат булһа ла, улар өҫкө һәм аҫҡы өлөшкә бүленеп эшләнә. Ә бына Рафаэль ағайҙың шары өс ҡат, шул уҡ ваҡытта ярылмаған да, бүленмәгән дә.
— Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигән әйтем бар бит әле, шуның шикелле, сараһыҙҙан тотондом был эшкә, — тип мут йылмая уҙаман.
— Булмаҫ, бала саҡтан ҡыҙыҡһынмаһағыҙ, сараһыҙҙан тотоноп ҡына ошондай һындар эшләүе, ай-һай...
— Ғүмер буйы партия эшендә булдым, колхоз мәшәҡәттәре менән саптым. Мин бит өс йыл Силәбелә партия мәктәбендә уҡыным, ун йыл парторг вазифаһын башҡарҙым. Һуңынан — баш агроном...
Бер ваҡыт Рафаэль ағайҙы мәктәпкә хеҙмәт дәресе үткәрергә ҡуялар. "Дәрес" тип әйтеүе инде уның ташҡа үлсәйем генә. Уҡыусылар күберәк ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү менән мәшғүл. Шуға ла ҡасалар, был дәрес ҡандарына эш, ауыр хеҙмәт сәғәте булып һеңгән. Иманғолов ни эшләргә белмәй, ә уҡытырға кәрәк. Малайҙарҙы ҡыҙыҡһындырыу, ылыҡтырыу маҡсатында ул ағастан төрлө әйбер яһау түңәрәге ойошторорға ҡарар итә. Тик, үҙең был йәһәттән һай йөҙгәс, нисек итеп балаларға өйрәтәһең? Икеләнеү-шикләнеүҙәре Рафаэль ағайҙы бер нисә көнгә район үҙәгенә алып китә. Ул заманда Иҫке Собханғолда сувенир яһау цехы эшләгән була. Шунда барып, танышып, үҙе оҫталыҡ дәрестәре үтеп ҡайта. Тәүҙә — бүленгән сәғәттәрендә, һуңынан өҫтәмә рәүештә малайҙарға ағас серҙәрен өйрәтә. Уҡыусылар менән бергә үҙе лә өйрәнә, тәжрибә туплай.
— Киске 11-гә тиклем ултыра торғайныҡ, — тип хәтерләй ул саҡтарҙы оҫта. — Ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Малайҙар менән бергә ҡыҙҙар ҙа йөрөй башланы.
Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, Рафаэль ағайҙың уҡыусыларының эштәре лә күренә. 1979 йылда иһә дүрт баланың әйберен Өфөгә һоратып алалар. Баҡһаң, иң яҡшы һаналғандарын Голландияға конкурсҡа ебәргәндәр икән. Ошонда Байназар мәктәбенең дүрт уҡыусыһы махсус дипломға лайыҡ була. Рафаэль ағайға РСФСР-ҙың Мәғариф министрлығы дипломы тапшырыла. Был инде эшкә дәрт өҫтәй, башҡа уҡыусыларҙа ла ағас эшенә ҡыҙыҡһыныу, сәм уята.
Рафаэль ағай менән Зөләйха апайҙың өй эсе — торғаны бер мөғжизә. Хужабикә ғүмер буйы балаларға математика уҡытҡан, ҡул эшенә лә оҫта. Ағайыбыҙҙың иһә буш ваҡытында ҡулынан ағас төшмәй.
Оҫтаның иң яратҡан материалы — йүкә. Уны һөйән хәленә килтергәнсе күләгәлә киптерә. Шулай уҡ еректән дә, башҡаһынан да әйбер яһай.
Рафаэль ағайҙан шарҙың нисек яһалыуын һораным. Һәр оҫтаның үҙенең сере була. Шуға ла һөйләп, асылып бармайҙар. Байназар оҫтаһы ла былай тине:
— Иң мөһиме — шарға тигеҙ итеп, алты биш мөйөшлө шаҡмаҡтар һыҙып сығыу. Һуңынан яйлап ҡына эсен алаһың. Бер ҡатын эшләгәс, икенсеһенә тотонаһың. Ҡалғаны ҡулына ҡасау, ҡыйыҡ итек бысағы алған кешегә күренә ул. Барыһын да әйтергә ярамай — ҡыҙығы ҡалмай...
Әлбиттә, "сер"ҙе асҡандан ғына барыһы ла йүкәне һөйән хәленә килгәнсә киптереп, эш ҡоралына йәбешеп китмәй. Шуға ҡыҙыҡһыныусылар өсөн әсбаптар етерлек. Шарға килгәндә иһә, ундай ҡатмарлы нәмәләрҙе яһау һәр кемгә бирелмәй. Тырыштар ғына өлгәшә ала бындай уңышҡа. Өлгәшкәндәр өсөн ул хобби ғына түгел, бәлки, көнитмешендә төп һөнәре, кәсебе лә булып китер. Көндәлек тормошобоҙға фантастикаға торошло заман техникаһы үтеп ингән һайын, кеше үҙ асылына ҡайтырға тырыша, тәбиғәткә, тәбиғи әйберҙәргә тартыла. Ағас эшенең һис ҡасан булмағанса кәрәгеренә шик юҡ. Бөгөн үк унан яһалған сувенирҙар ҡиммәтләнә бара, бигерәк тә күпләп сығарыуға ҡуйылмағаны, авторҙыҡы, йәғни айырым оҫтаныҡы булһа.
Рафаэль ағай Иманғолов һымаҡ оҫталар һирәк. Ләкин улар үҙ миҫалында, эштәре менән йәштәргә өлгө күрһәтә. Тик күрә белергә генә кәрәк...

судебная экспертиза уфа


Вернуться назад