Шөғөлө — һыҙланыуҙан дауа25.04.2013
Зилә Ишаева бәләкәйҙән үк ҡул эшенә маһирлығы менән айырылып тора, мәктәптә уҡығанда хеҙмәт дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Уҡытыусылары Римма Ғабдрахманова менән Глүзә Хажиеваға бик рәхмәтле. "Улар ҡыҙыҡһындырып ҡына ҡалманы, эшебеҙҙе баһалап, күңелебеҙҙе күтәрә лә белде", — ти Зилә, шундай остаздары булыуға ғорурланып. Яҡшы билдәләргә генә мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң 1-се педагогия училищеһында күңеленә ятҡан һөнәрҙе үҙләштерә.

— Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, — ти Зилә, хеҙмәт юлын башлаған йылдарына әйләнеп ҡайтып. — Күңел йылым һалынғас, күҙ нурҙарым тамған әйберҙәрем аша балаларҙа халҡыбыҙҙың рухи мираҫына ҡыҙыҡһыныу, мөхәббәт тәрбиәләргә тырышам. Матурлыҡты күрә, тоя белһендәр ине. Итәғәтле, кешелекле булып үҫһендәр, инсафлы булһындар — шул минең теләгем.
Ысынлап та, Зилә ханымдың ҡул эштәре күҙҙең яуын ала. Мөғжизәле биҙәктәргә күмелгән һөлгөләре, сәскәле болондо үҙенә күсергән алъяпҡыс, ашъяулыҡ, мендәр тышлыҡтары — барыһы-барыһы иҫ киткес оҫталыҡ талап итә. Бәйләмдәренә, бисерҙан эшләнгән әйберҙәренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ә инде аш-һыуға оҫталығы тураһында һөйләү өсөн айырым мәҡәлә кәрәктер. Мандолинала, баянда өҙҙөрөп уйнай, матур итеп йырлай. Район үҙәк китапханаһында, һөнәрселек лицейында ойошторолған осрашыуҙарға йыш саҡырыла, күргәҙмәләр үткәрә, оҫталығы, эш алымдары менән уртаҡлаша.
Шуныһы ғына борсой: һаулығы насар.
— Ҡул эшенә тотонһам, барлыҡ һыҙланыуҙы онотам, илһам донъяһына сумам, — ти ул.
Күңелендә бөрөләнгән уй-хыялдары ла, башҡарасаҡ эше лә күп Зиләнең. Урғылған хис-тойғоға тәбиғи һәләтен ҡушып башҡарған хеҙмәте кешеләрҙе артабан да матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәһен ине.


Вернуться назад