Бер көндә – 80 дана!24.04.2013
Беҙҙең районда гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө, һәр ваҡыттағыса, әүҙем үтте. Был көндө матбуғат баҫмаларына битараф булмаған һәр кем алдағы ярты йыллыҡҡа льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалды. Уҡытыусыларҙың әүҙемлеген айырым телгә алырға ла булалыр: райондың һәр мәктәбендә, балалар баҡсаһында даими рәүештә “Башҡортостан” гәзитен алдырыу күптән ғәҙәти хәлгә әүерелгән. Был көндө лә Краснокама районының белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре 80 дананан ашыу “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Почта хеҙмәткәрҙәренең был эште ихлас ойоштороуы гәзит уҡыусылар өсөн бик уңайлы булды.


Вернуться назад