Алтынға тиң күпер24.04.2013
Архангел ауылындағы мәҙәниәт йорто төҙөлөүгә биш йыл да үтмәне, капиталь ремонт талап ителә тип, йөҙ миллион һумға яҡын бюджет аҡсаһы тотонолдо. Әммә уны арлы-бирле буяу-һылауҙан ары китмәнеләр.

Төпкөл ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, медпункттар, китапханалар ташландыҡ хәлдә. Юлдарҙың торошон әйтеп тораһы түгел. Клубыбыҙ булманы, шуның өсөн ҡаланан артистар ҙа килмәй. Һуңғы йылдарҙа Аҙау урта мәктәбендә буш торған класс бүлмәләренә медпункт, китапхана, почта, клуб хеҙмәткәрҙәре өйҙәш булып килде. Мәктәп ябылыу хәлендә.
2010 йылда Архангел ауылында һабантуй уҙғарылды. Бер түрә: «Төпкөл ауылдар төҙөкләнә, юлдар һалына», — тип маҡтанғайны. Үрге Ләмәзгә (Төрөкмән) йылға аша яҡшы күпер һалынды, тип әйтеп һалды. Бер аҙна элек кенә мин был ауылда булғайным, ҡайһы урында төҙөлгән икән тип аптыраным. Был күперҙе асыҡлау өсөн Үрге Ләмәзгә барҙым — күпер юҡ. Элек Ләмәҙ йылғаһы буйлап ағас ағыҙҙылар. Шул заманда аҫылмалы күпер һалынғайны. Һуңғы йылдарҙа, һуңлап булһа ла, был йылға аша күпер төҙөлдө. Тик шатлығыбыҙ оҙаҡҡа барманы: ашығып һалынған күперҙән үтеүе ҡурҡыныс.
Ошо көндәрҙә Үрге Ләмәз ауылы халҡы менән район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фәрит Ғәйнетдинов осрашты. Уның белдереүенсә, күпер тиҙҙән һүтеп алынасаҡ. Был бит ағас күпер түгел, ә заманса проект буйынса төҙөлгән. Уны һүтеп алыу өсөн 2 миллион 124 мең һум дәүләт аҡсаһы тотоноласаҡ. Ә инде киренән һалыу өсөн 20-30 миллион һум кәрәк буласаҡ. Элек төҙөлгәне өсөн күпме сарыф ителгәне сер булып ҡала. Әлеге етешһеҙлектәр өсөн кем ғәйепле? Кемдәр уны ҡабул итеп алған? Шулай итеп, был күпер алтынға төшәсәк бит.
Күрәләтә ябай халыҡты алдайҙар. Яуаплы түрәләр бындай ялған эштәргә ҡасан төплө яуап бирер икән?


Вернуться назад